Конспект классного часа на башкирском языке: ымы менн буа- шифалы эсемлектр


Класс сәғәте
“Ҡымыҙ менән буҙа- шифалы эсемлектәр”
Маҡсат: Балаларға милли эсемлектәр тураһында мәғлүмәт биреү,уларҙы әҙерләү буйынса ҡыҙыҡһыныу уятыу, әҙерләү рецептарын отоп алыу, милли йолаларҙы һаҡлау әһәмиәтен аңлатыу. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, уҡыусыларҙа берҙәмлек, иғтибарлылыҡ сифаттары, иптәштәреңде тыңлап, үҙ-ара килешеп эшләй белеүҙе тәрбиәләү, үҙ алдыңа маҡсат ҡуя белеү, маҡсатҡа ирешеү, проблемалар өҫтөндә эшләү, һорауҙарға тулы яуап биреү, үҙ фекереңде дөрөҫ итеп аңлата алыу.
Йыһазландырыу: Ҡымыҙ, буҙа, презентация,китаптарҙан күргәҙмә
1.Ойоштороу.
Башҡортостан – ҡурай иле,
Башҡортостан – Урал ере,
Башҡортостан – ҡумыҙ теле,
Башҡортостан – ҡымыҙ сере.
2.Белемдәрен актуалләштереү
1. Дүрттер уның аяғы.
Түбәһендә  ҡолағы;
Илдән-илгә еткерер,
Таштан ҡаты тояғы (Ат)
2. Шифалы был эсемлекте күптәр эсергә ҡыҙа,
Һоло, арпа йә бойҙайҙан әсетелә ул.....(буҙа)
3.Дәрес максатына сығыу
Эсәйек тә дуҫтар, ай эсәйек,
Исемдәрен әйтеп эсәйек
Исемдәре ҡымыҙ атлы икән
Ҡымыҙҙары балдан татлы икән.
Кәсәгә буҙа һалғас
Сайкалмай ҙа буламы
Кунактарҙы хөрмәт иткәс
Бер йырламай буламы?
4. Дәрес максатын асыҡлау.
Ҡымыҙ — бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уны эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар.Һаулыҡ, дәрт һәм дауа биреүсе сихәтле эсемлек.Ҡымыҙ — ул баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле аҙыҡ продукты ғына түгел, ә ысынлап та мөғжизәле үҙенсәлектәре булған эсемлек. Тиккә генә башҡорт далаларында уны иң яҡшы дауалау аҙығы тип һанамағандар.
Ҡымыҙҙың кеше организмына булған тәьҫире күп төрлө. Был эсемлек, башҡа дарыуҙарға ҡарағанда, тиҙ арала аппетитты яҡшырта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй. Ҡымыҙ нервы системаһына, йөрәккә ыңғай тәьҫир итә, тын алышын көйгә һала. Унда витаминдар, ферменттар, ә иң мөһиме — туберкулез һәм эсәк инфекцияһын тыуҙырыусы вирустар менән көрәшеүсе матдәләр бар. Ҡымыҙеңмәгәнсирҙәрҙеһанап бөтөүе лә ҡыйын.
Ҡымыҙ, борондан килгәнсә, бик ябай ысул менән әҙерләнә. Яңы һауылған бейә һөтөнә (ойотҡо һалына һәм был ҡушымтаны өйҙә йәки башҡа йылы урында тоталар һәм йыш-йышболғатып торалар. Бының өсөн ағас көбө һәм оҙон таяҡтың осона беркетелгән яҫы ағастан эшләнгән болғатҡыс ҡулланалар.)
Борон ҡымыҙҙы турһыҡта ла етештергәндәр. Турһыҡ эсенә эсемлекте болғатып торор өсөн көрәккә оҡшатып эшләнгән таяҡ тығып ҡуйғандар. Эсемлек әсеп сығыуға — ҡымыҙ ҙа әҙер. Эсемлек тамам әсеһен өсөн уны туҡтауһыҙ болғаталар. Ҡымыҙҙы ни тиклем күберәк һәм оҙағыраҡ болғатһаң, уның шул тиклем сифаты яҡшыра. Йәш ҡымыҙ сөсөрәк булһа, оҙаҡ торғаны күпкә әсерәк һәм ҡырҡыуыраҡҡа әйләнә.
Борон башҡорт сәфәргә сыҡһа, эйәренә ике яҡлап та турһыҡ аҫып ала. Көн оҙонона турһыҡтағы ҡымыҙы, болғанып, әсеп йөрөй. Күптәр турһыҡтың нимә икәнен белмәйҙер әле! Ул — һабанан эшләнгән (һаба — эре малдың тиреһенән тегеп эшләнгән ҡымыҙ һауыты) бәләкәй тире һауыт. Уны түбәндәгесә эшләйҙәр: һуйған аттың артҡы аяҡтарынан тире һыпырылып алына, йөнө өтөлә һәм тире ыҫлана. Шунан киҫеп алынған тиренең киң осона төп тегелә. Ә тар осона (тубығы янында) үләндән йомарлап бөкө тығыла. Турһыҡ әҙер. Ул эсемлек менән тултырылғас, ат ботона оҡшап ҡала. Турһыҡта һаҡланған ҡымыҙҙан әҙерәк тире һәм төтөн еҫе килһә лә, тәме боҙолмай. Эйәрҙә эленеп йөрөп, ул яҡшырғандан-яҡшыра
Башҡортостанға кемдәр генә ҡымыҙ эсеп дауаланырға килмәгән. Пушкин ХIХ быуаттың утыҙынсы йылдарында “Пугачев тарихы” һәм “Капитан ҡыҙы” әҫәрҙәренә материал йыйғанда Ырымбур далаларында башҡорттар менән дә аралаша. “Ҡымыҙ бейә һөтөнән эшләнә. Был эсемлек барлыҡ тау һәм Азияның күсмә тормош алып барыусы халыҡтары араһында киң ҡулланыла Ул ярайһы ғына тәмле һәм ифрат файҙалы тип иҫәпләнә”, — тип яҙа ул. Өфөләтыуғанһәмйәшәгән Сергей Тимофеевич Аксаков (1791 — 1859), Василий Андреевич Жуковский (1783 — 1852), Владимир Иванович Даль (1801 — 1872), әҙиптәр Алексей Толстой (1817 — 1875), Салтыков-Щедрин, Мамин-Сибиряк, һәмбашҡабиккүпурыҫзыялыларыБашҡортостандайышбула, ҡымыҙменәндауалана. Уларҙыңһәрбереһешифалыҡымыҙтураһындаһоҡланып та, маҡтап та күп иҫтәлек ҡалдырған. Антон Павлович Чехов, мәҫәлән, табип булараҡ та ҡымыҙҙың иҫ киткес шифалы икәнлеген билдәләй. Ул да беҙҙең яҡтарға ғаиләһе менән йыш килә, дауалана. Бөйөк яҙыусы Лев Николаевич Толстой ҙа (1828 — 1910) тәүбашлап 1862 йылда ҡымыҙ һауған урында була. Ул Һамарҙан 130 саҡрымда ятҡан башҡорт йәйләүе Ҡаралыҡта ай ярым ятып, ҡымыҙэсеп дауалана. Шунда ул башҡорттар менән яҡындан аралаша, һаулығын нығыта.
Башҡортостанда ҡымыҙ менән дауаланыу өсөн бик күп санаторийҙар асылған.Унда кешеләр һаулыҡтарын нығыталар.
Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимерюл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла. Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙменәндауалауүҙәгебулып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башка ойошмалар бар. Өҫтәп шуны әйтке килә: ҡымыҙҙың үҙенсәлеге шунда: ул бигерәк еңел эселә, күпме эсмә — ауырлыҡ килтермәй.. Ҡымыҙ туҡлыҡлы ла. Кешегә көс, ҡеүәт бирә, организмды, иммунитетты нығыта. Ҡайһы бер сирҙәргә, мәҫәлән, туберкулезға, айырым тәьҫир итеп кенә ҡалмай, ә тотош организмға файҙалы. Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ ҡына түгел, һаулыҡ та бар.
4.Видеотаҫманан ҡымыҙ бешеүҙе ҡарау.
5.В.Юлгилдинаның “Башҡорт Ҡымыҙы” йыры менән танышыу:
- ҡымыҙ кешегә нимә бирә?
- ҡымыҙ күңелде ни эшләтә?
- ҡымыҙ нимәне баҫа?
Уҡыусылар, беҙҙең дә һөйләшә торғас тамаҡтар кибеп китте. Беҙ ҙә ҡымыҙ эсеп алайыҡ. (Уҡыусыларға ҡымыҙ эсереү) Тәмлеме? Ҡымыҙ нимәләрҙән файҙалы, кем белә?
6. Балалар шиғыр һөйләйҙәр7.Мәҡәлдәр әйтеү
Бейә менһәң- ҡолон юҡ, һаумал эсһәң –ҡымыҙ юҡ.
Бейә һаумаҡ-ут йотмаҡ, ҡымыҙ бешмәк-йән сыҡмаҡ.
Ҡымыҙ ҡылыҡ арттырыр, атты тауҙан тауға саптырыр.
Ҡымыҙ барҙа ҡыҙыҡ бар.8.Физминут
Әйтегеҙ әле, ҡыҙҙар
Нисек бейә һауалар?
Бына шулай, бына шулай, бына шулай һауалар.
Әйтегеҙ әле, малайҙар
Нисек атта сабалар?
Бына шулай, бына шулай, бына шулай сабалар.
9. Теманы дауам итеү.
Уҡытыусы: Икенсе эсемлегебеҙ буҙа.
Шиғыр:
Туҫтакка ҡойҙом буҙа,
Йә эсеп ебәр ҡоҙа
Тукте ҡоҙа буҙаны
Әрләмәнем ҡоҙаны.
Тағы ла ҡойҙом буҙа
Түкмәй эс инде, ҡоҙа
Ҡоҙа ҡарай буҙаға
Мин ҡарайым ҡоҙаға.
Сихәт бар шул буҙала
Быны анлай ҡоҙала
Туя алмай буҙанан
Күҙ алмайым ҡоҙанан
Буҙа — туҡлыҡлы эсемлек,  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/wiki/%D2%A0%D1%8B%D0%BC%D1%8B%D2%99" \o "Ҡымыҙ" ҡымыҙ һымаҡ уҡ башҡорт милли аш-һыуы булып һанала.
Буҙа һыуһынды ғына ҡандырып ҡалмай, шифалы яғы менән дә баһалана. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта.
Буҙаны  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/wiki/%D2%BA%D0%BE%D0%BB%D0%BE" \o "Һоло" һолонан (шулай уҡ «Геркулес» ярмаһынан) эшләйҙәр. Һолоноҡо ҡарараҡ төҫтә килеп сыға, ә тәмендә айырма юҡ Ҡайһы ваҡыт күбекләнеп торһон өсөн туң май йәки эс майы ҡушҡандар. Ғәҙәттә байрам табынына итле һыйҙан һуң биргәндәр. Башлыса  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B0%D0%BD" \o "Башҡортостан" Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында һәм Урал аръяғында әҙерләгәндәр. Ҡайһы бер төрки халыҡтарҙың аш-һыуында ла осрай.
10.Буҙа эшләү сере менән беҙҙе Нурия апай Аҡсурина таныштырып китә:
-Уны тәүҙә табала, йәки эҫе мейестә бер аҙ киптереп алырға кәрәк. Шул саҡта әскелтем тәме юғала. Ҡаҙанда малдың эс майы иретеп алыу мөһим. Уға ит турағыс аша үткәрелгән геркулес онон һалып, әкрен генә утта бер сәғәт тирәһе ҡайнатып алаһың. Бер килограмм онға 8 литр һыу иҫәбе менән эшләйҙәр. Бер стакан бойҙай оно ла ( HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A2%D0%B0%D0%BB%D2%A1%D0%B0%D0%BD" \o "Талҡан" талҡан булһа ла ярай) ҡушырға кәрәк. Һуңынанкилепсыҡҡанмассанымахсус һауытҡа ҡояһың, тиҙ өлгөрөпетһенөсөнбераҙәсеткеһәм 1-2 стакан шәкәр өҫтәргә кәрәк. Бер-икекөнгәйылыурынға ҡалдырыу мөһим. Ләкин эҫе ҡояшнурҙарытөшөргәтейештүгел. Даимиболғатыптороумотлаҡ. Әсепсыҡҡас, иләкашабер-нисәтапҡырһөҙөп алаһың. Әгәр ҡуйы булһа, уға һыу өҫтәргә лә мөмкин. Бер стакан шыйыҡ ҡаймаҡ ҡушһаң, тәметағы ла яҡшыра. Буҙаныоҙаҡһаҡлапбулмай.
Буҙа һыуһынды ғынаҡандырыпҡалмай, шифалыяғыменәндә баһалана. Ашҡаҙан, бөйөр, бауыр, нервы системаһыэшмәкәрлеген яҡшырта.
11. Буҙа эсеп ҡарау
12. Рефлексив анализ. Йомғаҡлау.

Приложенные файлы


Добавить комментарий