Рабочая программа по родному(башкирскому) языку и литературе 5-9 классы по ФГОС


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
Средняя общеобразовательная школа с.Наумовка
Республики Башкортостан
РАССМОТРЕНО: СОГЛАСОВАНО: УТВЕРЖДАЮ
на заседании ШМО Зам. директора по УВР Директор МОБУ СОШ
Руководитель ШМО _______ /Э.Ф.Яхина/ _______/А.П. Сергеев/
______/ Хохлова З.В. / “_____” ______ 2017г “_____”_______ 2017г
Протокол № ___от _______г.
Рабочая программа по родному языку и литературе
для 5-9 классов составлена на основе программы по башкирскому языку и литературе
для учащихся-башкир I – XI классов школ с русским языком обучения.
Составители: Тикеев Д. С., Вильданов А. Х., Хуснутдинова Ф. А, Хажин В. И. – Ижевск, издательство «КнигоГрад».
Срок использования 5 лет
2017
Башҡортостан Республикаһы мунициаль район
Стәрлетамаҡ районы муниципаль
дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
Наумовка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
«Ҡаралды» «Килешелде» «Раҫланды»
ММО ултырышында директорҙың уҡыу эштәре Наумовка урта дөйөм белем
Протокол № ____ буйынса директоры урынбаҫары биреү мәктәбенең
__________/Хохлова З.В./ _________ /Яхина Э.Ф./ _________/Сергеев А.П./
«_____»_____________ “ _______” _______________ “_____”_______________
5-9 кластар өсөн туған тел һәм әҙәбиәттән эш программаһы
« Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең
I-XI кластарында уҡыусы башҡорт балалары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,
Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград».
Ҡулланыу ваҡыты 5 йыл
2017 йыл
1.Аңлатма яҙыу
Туған тел һәм әҙәбиәттән эш программаһы түбәндәге документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө һәм федераль, республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” федераль законы (29 декабрь, 2012 йыл, № 273- ФЗ);
РФ мәғариф һәм фән министырлығының бойороғо (17.12.2010й, №1897 ) “ Төп дөйөм белем биреү федераль стандарттары
РФ мәғариф һәм фән министырлығының бойороғо (08.06.2015г.№576)
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы законы (25.10.1991 й., № 1808-1)
“Рәсәй Федерацияһының Мәғариф тураһында” Законы(29.12.2012, №273- ФЗ )(үҙгәрештәр һәм тулыландырыу менән)
- Рәсәй фән һәм мәғариф министрлығының хаты 03.03.2016 й. № 08-334 .
-Дөйөм белем биреү учреждениеһында уҡытыуҙы ойоштороуға санитар- эпидемиологик талаптар” СанПиН 2.4.2.2821-10.
“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы законы (15 февраль 1999 й. N 216-з, ( 5.01, 2.03.2001 й., 1.03.2002 й., 17.03.2003 й., 5.04.2004 й., 3.11. 2006 й. үҙгәрештәр менән)
- “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Законы (15.02.1999, №216-3);
-“ Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” Законы (01.07.2013, №696-3);
- Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” Концепцияһы (26.05.2005, №6);
- Наумовка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының 2017-2018 уҡыу йылына уҡыу планы (31.08.2017, 219-се бойороҡ) ;
-- Наумовка ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының “Эш программаларын төҙөү буйынса положениеһы”тураһында бойороғо (31.08.2017, 219-сы бойороҡ) ;
Төп белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт теле 5 -9 класс. - Өфө: Китап, 2015. (Ғәбитова З.М.)
Төп белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт әҙәбиәте. - Өфө: Китап, 2011. (Юлмөхәмәтов М.Б.)
Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының Наумовка ауылы дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениеһының уҡытыу программаһына “Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Ижевск, 2008) нигеҙләнеп төҙөлдө.
Программа кимәле: базис.
Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.
Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа «Башҡорт теле» предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусылырҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙың кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора. Башҡорт теле ул баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштарыу нигеҙе; әхлаҡ нормалар позицияһынан сығып, үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген дә үҫтерә.
Башҡортостан Республикаһы уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙә, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡытыу планына ярашлы, башҡорт телен өйрәнеү өс төрлө программа нигеҙендә алып барыла:
1) Башҡорт теленән программа.(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн).ТоломбаевХ.А.,Дәүләтшина, М.С.,Ғәбитова, З.М.Усманова, М.Ғ.-Ижевск:КнигоГрад.
2) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа.(Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). БР Мәғариф министрлығы.Тикеев Д.С.,Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә.Өфө
3)Башҡорт теленән программа. Төҙөүселәре: Псәнчин В. Ш, Псәнчин Ю. В. (V-XI кластар өсөн) . Ижевск:КнигоГрад
2.Уҡыу предметына, курсына дөйөм характеристика.
Дөйөм белем биреү ойошмаларында туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтен фән булараҡ өйрәнеү буйынса өлгө программалар федераль дәүләт стандарттарына ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Унда үҫеш программаһының положениеһы һәм төп идеялары, төп белем биреү өсөн универсаль уҡыу эшмәкәрлеге иҫәпкә алынды, шулай уҡ дөйөм белем биреүҙең башланғыс белем биреү программалары менән күсәгилешлек принциптары һаҡланды.
Башҡорт теленән өлгө программалар эш программаларын төҙөү өсөн йүнәлеш булып тора: ул уҡыу курсының инвариант (мотлаҡ) өлөшөн билдәләй, бының сиктәрендә белем биреүҙә авторҙың үҙенә вариатив һайлап алыу мөмкинлеге бирелә.
Программа буйынса туған(башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:
туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү, туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттәге әхләҡ – этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, туған телең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.
Көндәлек тормошта һәм уҡыуҙа туған телдең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү, үҙ-ара аңлашыу үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү, үҙ телмәреңде камиллаштырыу.
Тел системаһы төҙөлөшөн һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү, анализлау, сағыштырыу, баһалау, һүҙлек запасын байытыу, белемде аралашыуҙа һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу
Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, туған теленә, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү мөһим.
текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
Туған(башҡорт) тел һәм әҙәбиәте предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.
Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының туған тел һәм әҙәбиәттән программаһы үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең роле, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;
3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасын эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтең һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:
1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;
һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
стилистик үҙенселектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;
ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәренеңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; башҡорт теленән башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;
3) аралашыу процесында тир-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуациялаҙа телмәр этикетының мили-мҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы,
һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;
5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;
9) башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
Эш программаһы һәм дәреслек авторҙары программаның структураһын, уны өйрәнеү эҙмә-эҙлеклеген, йөкмәткеһен, күләмен киңәйтеүҙе һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген тормошҡа яраҡлаштырыу юлдарын тәҡдим итә.
Эш программаһында уҡыусыларҙың төп эшмәкәрлеге төрҙәрен үҫтереү ҡаралған, уларҙың психологик һәм йәш үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған.
Башҡорт теле курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.
Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә-символдар ярҙамында ҡабул итеүен, фекерләүен, күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.
Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәни үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма үҫешен үҙ эсенә ала. Башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларҙың өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк. Былар түбәндәгеләр:
Башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.
Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған,башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар.
Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.
Ысынлап та, һәр төркөмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа Концепцияла күрһәтеләгән икенсе һәм өсөнсө төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.
Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:
Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.
Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.
Башҡорт телен баланың туған теленә таянып өйрәнеү.
Башҡорт телен тик телмәр өсөн, аралашыу өсөн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү
Башҡорт теле курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:
телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
социомәҙәни компетенция;
дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.
Башҡорт теле-башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып тора.
Рус телле мәктәптәрҙә “Башҡорт теле” предмет булараҡ айырым урын биләй. “Башҡорт теле”н дәүләт теле булараҡ уҡытыу “Башҡорт теле” һәм “Әҙәбиәт” предметтарын берләштереп өйрәнеүгә ҡоролған.
Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә: уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтереүгә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың  әүҙем уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Башҡорт теле башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтен – рухи тел байлығын-үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү; юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.
Башҡорт телен өйрәнеү-уҡыусы шәхесен социаллаштырыуҙың мөһим йүнәлештәренең береһе, ул гражданлыҡ тиңлеген (идентичность) һәм толерантлыҡ тәрбиәләүҙән ғибәрәт.
Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аралашыу һәм фекер алышыуға һәләтлекте үҫтереү; һүҙлек байлығын арттырыу; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан, киң мәғлүмәт саралары һәм интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү; тексты мәғлүмәт эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү.
Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыны һүҙ сәнғәте менән таныштырыу- ысын художестволы ҡиммәттәр менән генә танышыу түгел, ә аралашыу тәжрибәһе лә. Илебеҙ халыҡтарының һүҙ сәнғәте менән таныштырыу уҡыусыларҙың аңында художестволы мәҙәниәттең байлығы һәм күп төрлөлөгө, күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхлаҡ потенциалы тураһында ҡараштарын киңәйтә.
Башҡорт һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә, ергә, күп милләтле республикаға һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо, тыуған йорт, урам, ауыл һәм ҡалаға, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ҡарата ихтирам тәрбиәләнә. Балала башҡорт һәм үҙ халҡының үткәне һәм бөгөнгөһөнә, традицияларына, йыр-моңона, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик-эстетик ҡараштарына-ихтирам, ата-бабаларынан ҡалған аманатҡа ҡарата-тоғролоҡ һәм үҙ-ара дуҫлыҡ, берҙәмлек, изгелек кеүек һыҙаттар үҫтерелә.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыуҙың йөкмәтке үҙенсәлектәре шунан ғибәрәт: был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.
Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.
Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.
Өлгө программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошҡа ашыра.
Беренсе (1 цифры аҫтында) тел һәм телмәр күренеше һәм уларҙың хәрәкәттә булыуын аңлатыусы лингвистик аңлатмаларҙың исемлеге бирелә. Икенсе (2 цифры аҫтында) тейешле аңлатмаларҙы өйрәнеү процесында эшкәртелеүсе төп уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлек төрҙәре һанап кителә.
Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.
Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы — предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль укыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ. б.); регулятив универсаль укыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәленүҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү ойошмаларында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтереү һәм башҡорт телендә иркен аралаша алырлыҡ кимәлгә еткереү төп бурыстарҙың береһе.

3.Уҡыу предметының уҡыу планындағы урыны.
Йыллыҡ өлгө уҡыу планы Башҡортостан Республикаһында рус телле мәктәптәрҙә туған(башҡорт) теле һәм әҙәбиәте аҙнаға –7 класта – 2 сәғ,5,6,8,9,10 кластарҙа - 1 сәғәт – дөйөм 280 сәғәт- күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота.
5-се класс-35 сәғәт
6-сы класс-35 сәғәт
7-се класс-70 сәғәт
8-се класс-35 сәғәт
9-сы класс-35 сәғәт
10-сы класс-35 сәғәт
Бөтәһе: 245 сәғәт
.Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ориентацияһы (йүнәлеше)
Программа структураһында башҡорт теле курсының йүнәлеше коммуникатив, тел һәм лингвистик, мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙа сағылыш тапты. Унда күрһәтелгән компетенцияларҙы формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе өс бәйләнешле йүнәлеш билдәләнә: коммуникатив компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;тел һәм лингвистик компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке; мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке.
Беренсе йөкмәткеле йүнәлеш өлгө программала аралашыу телмәр күнекмәләрен аңлы рәүештә формалаштырыуға йүнәлдерелгән бүлектәр менән бирелә: «Телмәр һәм аралашыу телмәре», «Телмәр эшмәкәрлеге», «Текст», «Телдең функциональ төрлөлөгө».
Икенсе йөкмәткеле йүнәлештең бүлектәре телдең төҙөлөшө һәм тел берәмектәренең үҙенсәлектәрен сағылдыра: «Тел тураһында дөйөм белешмә», «Фонетика һәм орфоэпия», «Графика», «Морфемика һәм һүҙьяһалыш», «Лексикология һәм фразеология», «Морфология», «Синтаксис», «Телмәр мәҙәниәте», «Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация».
Өлгө программала бирелгән «Тел һәм мәҙәниәт» бүлеге телдең халыҡ тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйләнештә булыуын асыҡларға ярҙам итә.
Уҡыу процесында күрһәтелгән йөкмәткеле йүнәлештәр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә һәм интеграцияланған. Һәр бер бүлекте өйрәнеүҙә уҡыусылар тейешле белем һәм күнекмәләр генә үҙләштереп ҡалмай, ә телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен камиллаштыра, төрлө коммуникатив күнекмәләрҙе үҫтерә, шулай уҡ, милли-мәҙәни феномен булараҡ, туған тел тураһында күҙаллауҙарын тәрәнәйтә.
Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метопредмет һәм предмет һөҙөмтәләре.
Шәхсән һөҙөмтәләр (мәктәп уҡыусыларының башҡорт теленән төп программаны үҙләштереүе);
-Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булыуын аңлау: башҡорт телен өйрәнеүҙең эшмәкәрлек һәм профессиональ эшмәкәрлектә кәрәкле булыуын аңлау;
-башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыуға әҙерлек: үҙ-ара аралашыуға толерантлыҡ;
-башҡорт теленең башҡорт мәҙәниәте менән танышыу сараһы булыуын аңлау.
Метапредмет һөҙөмтәләр
1)телмәр эшмәкәрлегенең-бөтә төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм уҡыу:
телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу әсән тәғәйенләнгән компакт-дискы-лар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә әсән әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;
һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу; һөйләү һәм яҙыу:
алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллек-тив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;
ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡуллалыу;
3) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре(сығарылыш класс уҡыусыларының төп мәктәп программаһын үҙләштереү)
1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2) гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
3) туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
9) туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
Уҡыу предметының, курсының йөкмәткеһе.
1-се бүлек. Белем көнө. Текст.
Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау
1-се сентябрь-“Белем көнө” Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә. Башланғыс кластарҙа өйрәнелгән һәм яңы үҙләштерелгән һүҙҙәр ярҙамында бәләкәй хикәйәләр, диалогтар төҙөргә тәҡдим ителә. Теманы үҙләштереү барышында уҡыусылар яҙыусының тормош юлы һәм темаға тап килгән әҫәрҙәре менән ҡыҫҡаса таныша башлайҙар. Дәреслектең тәүге темаларында грамматиканан үтелгәндәрҙе ҡабатлау ойошторола.
Телмәр әҫәре булараҡ текст. Текстың атамаһы, текстың төп билдәләре (өлөштәргә айырылыуы, мәғәнәүи берҙәмлек, бәйләнешлек). Тема, коммуникатив күрһәтмә, текстың төп мәғәнәһе. Текстың микротемаһы.
Текст өлөштәрене һәм һөйләмдәренең бәйләнеш саралары. Текстың коммуникатив-стилистик сараһы булараҡ абзац.
Текстың функциональ-мәғәнәүи төрө:һүрәтләү, хәбәрләү, фекер йөрөтөү. Текст структураһы. Текст планы. Текста теманы үҫтереү ысулдары.
Тексты мәғлүмәти эшкәртеүҙең төп төрҙәре: план, конспект, аннотация.
Тема, төп мәғәнә, телмәрҙең функциональ-мәғәнәүи төрөнә ҡарау күҙлегенән тексты анализлау. Текстың планын төҙөү.Текстың мәғәнәүи бүлектәрен, һөйләмдәрҙең бәйләнеү ысулдары һәм сараларын билдәләү. Текста тел үҙенсәлектәрен анализлау. Тема, маҡсат, төп мәғәнә, адресат, ситуация һәм аралашыу шартынан тел сараларын һайлау. Төрлө типтағы, стилдәге, жанрҙағы текстарҙы төҙөү. Тексты төҙөү нормаһын һаҡлау (логик яҡтан төҙөк, эҙмә-эҙлекле, бәйләнешле, темаға ярашлы һ.б.). Телдән һәм яҙма телмәрҙе баһалау һәм мөхәррирләү. Тексты мәғлүмәти эшкәртеү.
2-се бүлек. Тыуған илем-Башҡортостаным
Телмәр һәм аралашыу телмәре
Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу төп маҡсат булып тора. Республика тураһында улар тулы мәғлүмәткә эйә булырға тейеш. Бының өсөн “Башҡортостан” темаһы буйынса тәҡдим ителгән материалдың тулы һәм тарихи яҡтан дөрөҫ сағылдырылыуына иғтибар итергә кәрәк. Башҡортостан тураһында һөйләгәндә фактик материалдарға таяныу мөһим, бының өсөн дәрестә бик күп күргәҙмәлелек, тарихи мәғлүмәтле китаптар, таблицалар, карталар ҡулланыу кәрәк. Уҡыусыларҙың үҙ тыуған республика тураһында, уның уңыштары, үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге, уның байлыҡтары, күренеклк шәхестәре, матурлығы, төҙөклөгө хаҡында дөрөҫ, тулы, аныҡ итеп һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү.
Айырым темаларҙың береһе булып телмәр һәм аралашыу телмәре тора. Икенсе темаларҙы үтеү барышында башҡа грамматик темаларҙы ла үҙләштереү күҙ уңында тотола.
3-сө бүлек. Үҙем тураһында
Фонетика һәм орфоэпия
“Үҙем тураһында” темаһын үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Уҡыусыға үҙенең ғаилә ағзалары, яҡын туғандары тураһында мәғлүмәт бирә алыуын да күҙ уңында тоторға кәрәк. Уны үҙенең бөгөнгөһө, киләсәккә пландары, уй-хыялдары менән уртаҡлаша белергә өйрәтеү. Кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыуҙы ла ойошторорға кәрәк. Тема буйынса эш көндәлек тормошобоҙ, беҙгә кәрәк-яраҡ әйберҙәр менән бәйләнгән. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалымды һатып алыу магазин, баҙар менән бәйләнеп килә. Шуға ла был темаларҙы берлектә өйрәнеүҙе отошло тип таптыҡ. Тема буйынса һәр нәмәнең исемен, атамаһын ғына белеү генә ҡаралмай, ә уҡыусыларҙы һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшеүгә, аралашырға өйрәтеү маҡсаты ҡуйыла.
Теманы үҙләштереү барышында һүҙлек, белешмә һәм смс-хәбәрҙәрҙән мәғлүмәт эҙләүҙә алфавитты ҡулланыу.
Телдең берәмеге булараҡ өн. Һуҙынҡы, тартынҡы өндәрҙең системаһы. Телмәр ағымында өндәрҙең үҙгәреше. Ижек. Баҫым. Норматив әйтелеш һәм баҫымдың төп ҡағиҙәләре. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡыларҙы айырыу. Әҙәби тел нормаларына ярашлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ әйтелеше. Фонетик-орфоэпик белем һәм күнекмәләрҙе уҡыусының үҙ телмәрендә ҡулланыуы
4- се бүлек. Йыл миҙгелдәре
Морфемика һәм һүҙьяһалыш
Лексикология һәм фразеология
Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән таныштырыу. Тәбиғәт күренештәрен күҙәтә һәм алған тәьҫораттарҙан сығып һөйләй белеү. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.
“Яҙ етте” темаһын үтеү барышында уҡыусылар, иң беренсе сиратта, яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә тейеш. Был тема буйынса күп кенә әҫәрҙәр тәҡдим ителгән. Әҫәрҙә яҙғы тәбиғәт, ҡоштар, йәнлектәр, ағастар, сәскәләр тураһында яҙыла. Шулай уҡ 1 май һәм 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында ла һөйләшеү тәҡдим ителә.
Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Тәбиғәтте күҙәтеү, экскурсиялар ойоштороу. Алған тәьҫораттар менән уртаҡлашыу. Уҡыусының күргәндәре тураһында ябай формала иркен һөйләй белеүенә өлгәшеү. Бының өсөн төрлө ысулдарҙы файҙаланырға кәрәк: уҡығанды тыңлау, һүрәт-картина буйынса һөйләү, диалог төҙөү, тәҡдим ителгән әҫәрҙәр, шиғырҙар уҡыу, уларҙы анализлау, һүҙлек буйынса эш һ.б.
Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләтеү. Балаларҙың йәйге ялы,хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.
Көҙгө муллыҡ тураһында мәҡәл, әйтемдәргә күберәк урын бирелә. Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте тураһында фекер алышыу.
Ялғауҙар һәм уларҙың дөрөҫ яҙылышын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу. Ҡушма һәм парлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү.
Лексикологияның төп атамаларын үҙләштереү. Фекерҙе, хисте, эмоцияны сағылдырыуҙа һәм формалаштырыуҙа һүҙҙең ролен аңлау. Һүҙҙең лексик, грамматик мәғәнә айырмалыҡтарын аңлатыу. Күп мәғәнәле һүҙҙҙәрҙе айырыу: омоним, синоним, антонимдарҙы таба белеү.
Башҡорт теленең синоним һәм антоним һүҙлектәре.
Фразеологизмдар, уларҙың билдәһе һәм мәғәнәһе. Мәҡәлдәр, әйтемдәр, афоризмдар, ҡанатлы һүҙҙәр. Фразеологик һүҙлектәр.
Фекерҙе, хисте, эмоцияны белдереүҙә һүҙҙең мәғәнәһен аңлау; үҙ лексиконыңды тәрәнәйтеү кәрәклегенә төшөнөү.
Төрлө типтағы (аңлатмалы, синоним, антоним, фразеологик һ.б.) лексик һүҙлектәрҙән кәрәкле мәғлүмәтте алыу һәм уларҙы кәрәкле урында ҡулланыу.
5-се бүлек. Күңелле байрамдар
Морфология
“Яңы йыл” темаһы “Ҡыш”темаһы менән берлектә алып барыла. Уҡыусыларҙың ҡыш миҙгеле буйынса белемдәрен артабан да үҫтереү төп маҡсаттарҙың береһе булып тора. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл, байрамдар менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре, үҙенсәлектәре тураһында һөйләтеү.
8 байрамына ҡағылышлы темаларҙы үҙләштереү әсәйҙәр тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу менән берлектә алып барыла. Әсәйҙең донъяла иң ҡәҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡәҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Шулай уҡ әсәй темаһы, һис шикһеҙ, ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн башланғыс кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана һәм уҡыусыларҙың һүҙлек запасын үҫтереү өҫтөндә даими эш алып барыла. Тема байрам төшөнсәһен үҙ эсенә алғанлыҡтан, ҡотлау открыткалары, смс-хәбәрҙәр, электрон почтаға ҡотлауҙар яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү ҙә ҡарала.
Йола байрамдарын үткәндә, һүҙҙе башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында алып барырға тәҡдим ителә. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәтен, мәғәнәһен, тергеҙеү кәрәклеген еткереү.
Тәҡдим ителгән темалар буйынса, яҙыусы, шағирҙарҙың ижадын өйрәнеү, уларҙың әҫәрҙәрен уҡыу, идея-тематик йөкмәткеләрен билдәләү; уҡыусыларҙың һөйләй, яҙма телмәрен, бәйләнешле телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын арттырыу төп маҡсаттарҙың береһе булып тора.
Морфологияның төп аңлатмаларын үҙләштереү. Һүҙҙең лексик мәғәнәһенән айырмалы рәүештә, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен һәм уның формаларын таныу; ярҙамсы һүҙ төркөмдәренең телмәрҙәге әһәмиәте һәм уның функцияһы менән таныштырыу.
6-сы бүлек. Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел
Морфология
Башҡортостан Республикаһындағы күп милләтттәрҙең дуҫ йәшәүе, халыҡтар дуҫлығы тураһында текстар уҡыу, әңгәмә ойойштороу. Кешеләр араһында мөнәсәбәт, ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәғә эйә булыуы, уны һаҡлай белеү. Бөйөк шәхестәр тормошонан, көндәлек тормоштан алынған күренештәр менән бәйләп алып барыу. Был тема буйынса башҡорт халыҡ ижады жанрҙарын, башҡорт һәм башҡа милләт әҫәрҙәрен ҡулланыу ҡарала.
Исемдең дөйөм категориаль мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау.
Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Башҡорт телендә енес төшөнсәһе, һан, килештәрҙе таныу. Исемдәрҙең ниндәй килештә килеүен билдәләү. Бирелгән морфологик билдәләр буйынса исемдәрҙе төркөмләү. Исемдәрҙе лексик һәм грамматик нормаларға ярашлы ҡулланыу.
Сифаттың дөйөм категориаль мәғәнәһен, морфологик билдәләре һәм синтаксик ролен анализлау. Сифат дәрәжәләрен таныу; сифаттарҙың яһалышы, уларҙың дөрөҫ яҙылышын төшөнөү, миҫалдар килтереү.
Телмәрҙә синонимик сифаттарҙы, эпитет ролендә булған сифаттарҙы ҡулланыу матурлығы
7-се бүлек. Башҡортостан йылғалары, күлдәре. Экология мәсьәләһе
Морфология
Был темала иң беренсе нәүбәттә Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтенең матурлығы , байлығы тураһында уҡыусыларға еткереү. Респуликалағы йылға , күлдәр тураһында мәғлүмәт биреү. Уларҙың кеше тормошондағы роле, әһәмиәте. Дәрестә бына ошо тәбиғәт байлығы, Башҡортостанда үҫкән үҫемлектәр донъяһы темаһын асырға кәрәк. Бында үҫемлектәр исемдәре, уларҙың ҡайһы береһенә үҙенсәлектәре буйынса характеристика бирелә. Һирәк осраған, Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр. Дарыу үҫемлектәре һ.б. Үҫемлектәрҙе өйрәнеү һәм һаҡлау һ.б.
Был теманы үҙләштергәндә, йылғаларҙың атамалары, уларҙың аңлатҡан мәғәнәһе, килеп сығышы (этимологияһы) хаҡында һөйләү, экология мәсьәләһен күтәреү, уҡыусыла патриотик планда ғорурлыҡ хисе тәрбиәләүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк.
Һандың дөйөм категориаль мәғәнәһе, морфологик билдәләре һәм синтаксик ролен анализлау. Төп, рәт, бүлем, сама, йыйыу, кәсер, үлсәү һандарын айыра белеү. Нумератив һүҙҙәр тураһында белеү. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Морфологик билдәләренә ҡарап, һандарҙы төркөмләү. Һандарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
Алмаштарҙы башҡа һүҙ төркөмдәре менән сағыштырыу. Төрлө алмаш төркөмсәләрен килеш менән дөрөҫ үҙгәртеү. Морфологик билдәләренә ҡарап алмаштарҙы төркөмләү. Алмаштарҙы һөйләмдәрҙе, текст өлөштәрен бәйләүҙә һәм телдәге этик нормаларға ярашлы телмәрҙә ҡулланыу.
Ҡылымдың дөйөм категориаль мәғәнәһен, морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролен анализлау.
8-се бүлек. Исемдәрҙә-ил тарихы
Морфология
Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме: ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.)роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдына килтереп булмай. Атамаларҙың төрҙәре күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул-ономастика. Ономастика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика-шәхес атамаларын, топонимика-географик атамаларҙы, этнонимика-милләт, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика-ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика-күк есемдәре исемдәрен, теонимика-илаһи көс исемдәрен, прагматонимика төрлө әйбер, тауар исемдәрен, маркаларын өйрәнеүсе фән.
Рәүештең дөйөм категориаль мәғәнәһен, морфологик билдәләрен анализлау, уның синтаксик функцияһын билдәләү.
9-сы бүлек. Сәнғәт оҫталары
Морфология
Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән айырым эшләү.
Ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен бер-береһенән айырыу. Телмәрҙә урынлы ҡулланыу.
10-сы бүлек. Спорт һәм сәләмәт тормош
Синтаксис
Сәләмәт булыу өсөн, спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уларҙы ниндәй спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.
Башҡортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.
Грамматиканың бүлеге булараҡ синтаксис. Синтаксистың берәмеге булараҡ һөйләм һәм һүҙбәйләнеш. Синтаксик бәйләнештең төрҙәре һәм саралары.
11 –се бүлек. Башҡорт халыҡ ижады
Синтаксис
Халыҡ ижады (әкиәт, йомаҡ, мәҡәл) тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәт.Башҡорт халҡының һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтар ижадының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, әҙәп ҡағиҙәләре менән таныштырыу.
Синтаксистың төп аңлатмаларын үҙләштереү.
Фекерҙе формалаштырыуҙа һәм сағылдырыуҙа синтаксистың ролен, һүҙ менән һүҙбәйләнештең айырмалыҡтарын аңлау. Башҡорт телендә һөйләм, уның төҙөлөшөн рус телендәге һөйләм менән сағыштырыу.
12-се бүлек. Хеҙмәт төбө-хөрмәт
Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация
Республикабыҙ кешеләренең хеҙмәте, һөнәрҙәре, балалрҙың ололарға ярҙамы һәм кешеләрҙең һәйбәт сифаттары сағылған шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, һөнәр, кәсептәрҙең күплеге, һәр кешенең үҙенә һөнәр һайлай белеүе тураһында.
Тыныш билдәләре һәм уларҙың функцияһы. Тыныш билдәләренең төрҙәре. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре.
Тура телмәр һәм цитата, диалогтарҙа тыныш билдәләре. Яҙма телмәрҙә орфографик һәм пунктуацион нормаларҙы күҙәтеү.
Дөрөҫ яҙыу өсөн, орфографик һүҙлектәр һәм белешмәләр ҡулланыу.
13-сө бүлек. Халыҡ йолалары, ғөрөф-ғәҙҙәттәре, әҙәп ҡағиҙәләре
Тел һәм мәҙәниәт
Башҡорт халҡының һәм башҡа милләт халыҡтарының һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғөҙәттәре, әҙәп ҡағиҙәләре менән таныштырыу.
Башҡорт халҡының милли аштары менән танышыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәре менән таныштырыу.
Уҡыусыларҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Уларҙы йәш үҙенсәлектәре буйынса бүленеүен аңлатыу, йылҡы малына һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.
Күренекле шәхестәрҙең Башҡортостанда ҡымыҙ менән дауаланыуы тураһында һөйләү.
Телдә мәҙәниәт һәм халыҡ тарихының сағылышы. Башҡорт телмәр этикеты.
Башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә, матур әҙәбиәттә һәм тарихи текстарҙа милли-мәҙәни компонент мәғәнәһе менән тел берәмеген асыу. Лингвистик һүҙлектәрҙең (аңлатмалы, этимологик һ.б.) мәғәнәһен аңлатыу. Уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта башҡорт телмәр этикет ҡағиҙәләрен урынлы ҡулланыу.
. Уҡыу процесын уҡыу – уҡытыу методик һәм матди – техник яҡтан тәьмин итеү. Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.
1.Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2006.
2. Урыҫ мәктәптәренең 5,6,7,8,9-сы синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2012й
3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
4. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө:«Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт
1. Хажин В. И., Вильданов Ә. Х Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2012.
2. Хажин В. И., Вильданов Ә. Х Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 6-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2012.
3. Хөснөтдинова Ф. Ә., Ғафаров Б. Б., Тикеев Д. С., Ҡаһарманов Ғ. Ғ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.
4. Хөснөтдинова Ф. Ә., Ғафаров Б. Б., Тикеев Д. С. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2006.
5. Хажин В. И., Вильданов Ә. Х., Аҡҡужина Ф. Ә., Ҡарабаев М. И. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө : Китап, 2017
6 .З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2006.
3.М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.
7.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
8.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
9.Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
10.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
11.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
12.Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
13.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
14.М.В.Зәйнуллин. Хәҙерге башҡорт теле.Морфология. - Өфө: Китап, 2005.
15.Толомбаев Х.А., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән тестар. - Өфө: 2005
16.Русско-башкирский учебный словарь.Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г. - Уфа: Китап, 2001.

Приложенные файлы


Добавить комментарий