КВН «Тапырара, зирктрг бе урын гел тр…» для 5-6 классов


«Тапҡырҙарға, зирәктәргә беҙҙә урын гел түрҙә...»
( уйын – кисә, 5-6 синыфтар өсөн )
Әҙерләне уҡытыусы: Ғабдуллина К. А.
Маҡсат: Балаларҙы тиҙ, аңлы һөйләргә, һүҙҙәрҙе аңлап ҡулланырға өйрәтеү;
Уларҙың логик фекерләүен, иғтибарлығын, телмәрен үҫтереү;
Башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уятыу;
Ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: командалар өсөн эмблемалар, плакаттар “Кем тапҡыр, кем зирәк – яуап таба тиҙерәк” , “Булһаң зирәк – әйт тиҙерәк”
Ойоштороу ваҡыты. Хәйерле көн уҡыусылар, хөрмәтле уҡытыусылар!
Бөгөн беҙ һеҙҙең “Тапҡырҙар” һәм “Зирәктәр” ярышына йыйылдыҡ. Һеҙгә
төрлө ҡыҙыҡ һорауҙар, йомаҡтар, башватҡыстар тәҡдим ителәсәк. Һәр дөрөҫ яуапҡа йондоҙ бирелә, улар конверттарға йыйыла.
Уҡытыусы: Кемдәр шаян һүҙ ярата,
Кем ярата көлөргә,
Шулар бөгөн йыйылдылар
Уйын – көлкө күрергә!
Бөгөн бында яңғырарҙар
Шаян һүҙҙәр, йомаҡтар.
Ярыш кисәһен башлайбыҙ,
Әйҙә түрҙән, ҡунаҡтар!
Командаларҙың сәләмләүе. Зирәктәр капитаны: Беҙ, “Зирәктәр” , “Тапҡырҙар”ға ҡайнар сәләм тапшырабыҙ!
“Зирәктәр” командаһы:
Беҙ зирәктәр тормошта,
Арала иң кәрәктәр.
Шуға инде һәр саҡ
Коллективта – терәктәр.
“Зирәктәр” капитаны. Беҙҙең девиз:
“Беләге йыуан – берҙе йығыр,
Белеме бар – меңде йығыр!”
“Тапҡырҙар” командаһы. “Тапҡырҙар”ҙан “Зирәктәр”гә күп сәләм!
Тапҡырҙар беҙ, тапҡырҙар,
Һәр һорауға яуап бар.
Беҙ белмәгән нәмә юҡ.
Әйҙә, дуҫҡай, һорай һал!
“Тапҡырҙар” капитаны: Беҙҙең девиз:
“ Күмәк көс – тау күтәрә”
2.Капитандар көс һынаша.
Ә хәҙер капитандар көс һынаша.
“Тапҡырҙар” капитанына биремдәр:
Ҡаҙ ике аяғында торғанда 4 кг тарта. Ул бер аяғында торғанда нисә килограмм тарта?
Һин бар нәмәгә оҫта. Әйҙә туғыҙҙы алтыға әйләндер.
“ Зирәктәр” капитанына биремдәр:
1.Нимә ауырыраҡ: 1 кг ҡоммо, әллә 1 кг ташмы?
2.Шаҡ ҡатыр әйҙә: һигеҙҙән ике нуль яһа.
3.Шаян һорауҙар. Командаларға биремдәр:
Тапҡырҙарға:
1.Бер имәндә өс ботаҡ, ботаҡ һайын өс алма нисә алма була? (имәндә алма булмай)
2.Ат ниңә шишмә янына килә? (шишмә үҙе килмәгәнгә)
3.Урманға нимә менән баралар? (юл менән)
4.Өфөнөң уртаһында нимә тора? (ф хәрефе)
5.Бер тауыҡ – тауыҡ булыр,
Ике-өс тауыҡ ни булыр? (тауыҡтар)
“Зирәктәр”гә:
1.Һыйыр ниңә ята? (ултыра алмағанға)
2.Кеше үҙенең нимәһен күтәрә алмай? (күләгәһен)
3.Өҫтәлдә 4 стакан еләк тора. Нияз 1 стакан еләкте ашаны. Өҫтәлдә нисә стакан ҡалды?
4.Тей тиһәң-теймәй, теймә тиһәң-тейә. (ирен)
5.Башҡортостандың ҡайһы районы һауала оса? (Күгәрсен)
4.Йомаҡтар сисеү.
“Тапҡырҙар”ға:
1.Теле юҡ-һүҙе бар,
Күҙе юҡ-күрһәтә.
Бар нәмәне өйрәтә.(китап)
2.Йөрөтәләр уны һәр ваҡыт
Ҡаты-ҡаты типкеләп,
Йән-фарманға йүгерә ул,
Тормай бер ҙә үпкәләп.(туп)
3.Моронһоҙ турғай боҙҙо тишә. (тамсы)
“Зирәктәр”гә:
1.Бер ояның эсендә утыҙ ике аҡ тауыҡ. (теш)
2.Йылан түгел – саға,
Ҡош түгел – оса. (бал ҡорто)
3.Кешенең дуҫы, йорттоң һаҡсыһы. (эт)
5.“Кире һүҙҙәр” уйыны.
Бик матур һүҙ беләм – яҡшы
Киреһе ниндәй һуң? – яман
Мин һиңә әйтәмен – дөрөҫ
Тиҫкәре яуап бир – ялған
Бик насар һүҙ беләм – ҡурҡаҡ
Ҡаршы кил һин миңә – батыр...
(командаларға алмашлап һүҙҙәр әйтелә)
6. Таблицала Башҡортостандың ҡала исемдәре яҙылған. Кем тиҙерәк таба.
С А Л А У А Т
И Ғ Т М О Д У
Б Ә Л Ә Б Ә Й
А Ҫ Б Л А Ү М
Й Д Ө Ә Ғ Л А
М Е Р Ү И Ә З
А Б Ө Е Ҙ К Ы
К Ө Ф З Е Ә Д
С Р Ө Р Л Н А
7. Ребустар сисеү.
Әгәр һалһаң бер аҙ күҙ,
Уҡырһың һин төрлө һүҙ.
К3ЛӨ, Т10, 6Н, Т10ДРА, М10СА, 100Ә, 5ЕК, 100ӨК.
8. “Аҙашҡан хәрефтәр” уйыны.
1.Капит, ааҡр, аалб.
2.Ҡа, ккү, әәфдрт.
Уҡытыусы:
Командалар ярышы
Ҡалдыра беҙҙе хайран.
Тик, хөрмәтле болельщиктәр,
Иртәгә түгел байрам!
Шуға күрә ошо ерҙә
Туҡтатабыҙ уйынды.
Жюри әйтер: кемдәр алды
Иң беренсе уйынды.
Кисәне йомғаҡлау. Жюригә һүҙ бирелә.

Приложенные файлы


Добавить комментарий