Башорт теленн Матур аил — ил ото темаына презентация


Чтобы посмотреть презентацию с картинками, оформлением и слайдами, скачайте ее файл и откройте в PowerPoint на своем компьютере.
Текстовое содержимое слайдов презентации:

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫУРАЛ АРЪЯҒЫ АГРОСӘНӘҒӘТ КОЛЛЕДЖЫ МАТУР ҒАИЛӘ – ИЛ ҠОТО Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы З.Й.Солтанова Сәләмләйем һауаны, Именлек булһын өсөн! Сәләмләйем Ер-әсәне, Беҙҙе туйҙырған өсөн! Сәләмләйем дуҫымды, Гел дуҫлыҡ булһын өсөн! Бишенсе март, дүшәмбе. ҒАИЛӘ Ғаилә – кеше тормошоноң таянысы. Ул үҙенең ағзаларын юғары баһа менән тәьмин итеүсе социаль төркөм. Ғаилә кешегә ата-олатайҙарының үткәнен төшөнөргә, үҙенең этник төркөмөн, донъя тел картинаһы менән сағыштырып, тел аңын булдырырға, тимәк, тулы хоҡуҡлы ағза булырға ярҙам итә.ҺҮҘЛЕК ЭШЕ Ғаилә - [рус.]семьяҒаилә - [англ.] familyҒаилә - [немец.]familieҺҮҘЛЕК ЭШЕ Шәжәрә - билдәле бер нәҫел- ырыуҙың килеп сығышын, тарылышын күрһәткән яҙма. Шәжәрәне борон-борондан алып барғандар. Унда төрлө тарихи ваҡиғаларҙы(исторические события) теркәгәндәр. Күберәк ир-егеттәр яғынан(по мужской линии) яҡшы өйрәнелгән.  Һәр бер кеше үҙенең нәҫелен(своих родственников) ете быуынға (до седьмого поколения) тиклем белергә тейеш. Улар иң беренсе яҙмалар булған.ҺҮҘЛЕК ЭШЕ ШӘЖӘРӘҢДЕ ТӨҘӨ НӘҪЕЛ ЕБЕ - ШӘЖӘРӘ Самауыр йырлап ултыра Ҡыҙыҡ ҡына шаян көйҙө. Әсәй йәйгән ашъяулыҡтаЯлтыр ғына батмус йөҙө. РЕБУСТАРАЙ РЕБУСТАР РЕБУСТАР * 2 3 ** РЕБУСТАРӘ . * ***… ТАТЫУ ҒАИЛӘ – ИЛ КҮРКЕ Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет,түҙ. Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, Ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул. Ғаилә ул – мөхәббәт, Ғаилә ул – шатлыҡ, Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек, Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс, Ғаилә – ул балалар! Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ! Ғаилә - киләсәктең иң ышаныслы нигеҙе. Ғаилә - ул беҙҙең өй, ата-әсә, олатай-өләсәйҙәребеҙ. Ата-әсә - ғаиләнең тотҡаһы, ә балалар – көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын өсөн бер-беребеҙҙе һаҡлап, яҡлап, хөрмәт итеп йәшәргә тейешбеҙ. Тәҙрәләрҙә уттар балҡып яна, Атай ҡаршы ала урамда. Йүгергеләп әсәй табын ҡора, Тәмле аштар бешкән ҡаҙанда. Оҙаҡ йылдар шулай тәҙрәләрҙә Балҡып торһа ине утыбыҙ. Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине Атай-әсәй, тыуған йортобоҙ. Ғаилә – ул тормоштоң нигеҙе. Ата-әсә уның тотҡаһы. Балалар ғаиләнең көҙгөһө. Тотҡа ҡупмаһын, көҙгө ватылмаһын тиһәң, бер-береңде аңлап, хөрмәт итеп йәшәргә кәрәк. Ғаилә - ул бик оло һүҙ. Атай, әсәй, өләсәй, олатай – ғаиләнең иң хөрмәтле кешеләре. Сөнки улар һәр ваҡыт яҡындары тураһында ҡайғырталар, борсолалар.Ғаилә - ул йылы усаҡ. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, уның йылылығы шул тиклем көслөрәк. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфҡәтле, киләсәктә оло таянысы булыр тип өмөт итә.“Һәр бер ғаилә дәүләттең бер өлөшөн тәшкил итә” – ти, Аристотель. Эйе, йәмғиәт нигеҙе, ғаиләләр ныҡ булһа, илебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә ныҡ көслө булыр.ҺЫҒЫМТА ИҒТИБАРЫҒЫҘ ӨСӨН ҘУР РӘХМӘТ!

Приложенные файлы


Добавить комментарий