Конспект открытого урока ИКБ+ИЗО на тему: «Байрам блге-башорт милли кейеме.”


Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение основная общеобразовательная школа с.Уткалево муниципального района
Белорецкий район Республики Башкортостан

Конспект открытого урока по ИКБ+ИЗО
на тему «Байрам бүләге-башҡорт милли кейеме.”


Составила: учитель ИКБ и ИЗО
1 квалификационной категории
Галиастанова Гульфира Фатиховна 2017 год
Тема: «Байрам бүләге-башҡорт милли кейеме.” (Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте + рәсем)
Маҡсат: Байрамдар тураһында дөйөм төшөнсә биреү,уҡыусыларҙың һүҙлек запасын байытыу,һөйләү,эшләү күнекмәләрен үҫтереү,Тыуған илгә,телгә һөйөү тәрбиәләү, рәсем дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу:компьютер,мультимедийная презентация.,милли кейемдәр һәм уларҙың һүрәттәре,китап- журналдар,шаблондар,бумала,буяуҙар.
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу.
-Хәйерле көн теләп,ҡояш ҡалҡа,
Уяналар ауыл,балалар.
Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:
Хәйерле көн һеҙгә,балалар!
Слайд= (Крокодил Гена йырының көйө уйнай. В.Шаинский,А.Тимофеевский.)
-Был йырҙы ниндәй байрамда йырлайҙар. (Тыуған көндәрҙә.)
Һәр кешенең тыуған көнө бар. Ул нисек үтә? Байрамға кемдәр килә?(тыуған көндө беҙ ғаиләбеҙ,иң яҡын кешеләребеҙ менән үткәрәбеҙ һәм ҡотлауҙар,бүләктәр ҡабул итәбеҙ.)
-Эйе,дөрөҫ балалар.
Тик бөгөн беҙ һеҙҙең менән кемдең тыуған көнөн билдәләргә йыйылдыҡ ?
-Эйе.Тыуған төйәгебеҙ Башҡортостан көнөн билдәләргә, һәм беҙгә күрше ауылдарҙан,ҡаланан ҡунаҡтар килгән. Улар менән иҫәнләшәйек әле.-Һаумыһығыҙ. Беҙ Һеҙҙе күреүебеҙгә бик шатбыҙ.
-Уҡыусылар,һеҙ тыуған көнөгөҙгә бүләктәр алабыҙ тинегеҙ,мин дә һеҙгә бөгөн серле бүләк әҙерләнем,тик уның сере нимәлә булыуын дәрес аҙағында белербеҙ.
II.Төп өлөш.(ҡурай көйө уйнай талғын ғына,(М.Тулебаевтың.)
Слайд= Башҡортостан – тыуған ерем,
Һиндә тыуҙым,һиндә үҫәмен.
Һинән яҡын,һинән гүзәлерәк
Юҡтыр бер ил- шуны беләмен
Киң һәм йомарт ҡосағыңда
Һәр саҡ тыныс минең күңелем,
Татыулыҡ һәм дуҫлыҡ ереһең һин-
Алмаштырмам һине алтын-көмөшкә мин.
Йәшәр өсөн бөтмәҫ көс алырға
Олоһона һәм дә кесеһенә,-
Мөхәббәтле,йәмле,мәрхәмәтле
Тыуған яғы кәрәк кешегә. (Фәнис Яруллин.”Тыуған яғы кәрәк кешегә”.)
-Эйе,ниндәй генә шағир үҙенең тыуған иленә,тыуған еренә бағышлап шиғырҙар яҙмаған икән.
-Ә һеҙҙең тыуған илегеҙ ҡайҙан башлана?(Нәзилә,М.Алмаз.)
-Эйе, тыуған ил ул һин тәү башлап тәпәй баҫҡан ерҙән башлана. (Үҙ өйөң тупһаһынан тиһәк тә хата булмаҫ.)Беҙҙең тыуған илебеҙ шундай бөйөк, һәм беҙ уның менән ғорурлана алабыҙ.(Ни өсөн,нимәләре менән?Йәмилә.Ярҙам итәбеҙ уға.Кем яуап бирер?Рүзилә.Афарин балалар.)Уның матур тәбиғәте,эшсән,талантлы кешеләре менән. Ләкин һәр кемдең үҙенең кесе тыуған иле бар-ул ошо ҙур илебеҙҙең бер мөйөшө. Кемгәлер ул бәләкәй генә ҡаласығы йәки ауылы, ә кемгәлер ҡала урамы һәм хәтфә сиҙәмле ишек алды.
-Ә хәҙер бәләкәй генә уйын (ял минуты) үткәреп алайыҡ.
Бына минең ҡулымда ҡурай тажы,уның һәр бер тажына берәр эш төрө яҙылған. Уны өҙөп алған уҡыусы шул эште үтәргә тейеш.
1. Ниндәй башҡорт уйындарын беләһегеҙ?һанап сығығыҙ.(үгеҙ йөҙөк,йәшрәм яулыҡ,һәпәләк,мөйөш алыш,һ.б.)
2. Рәссамдәрҙән кемдәрҙе беләһең?(Ә.Лотфуллин,Р.Нурмөхәмәтов,Ә.Ситдикова,Ҡ.Дәүләткилдиев,һ.б.)
3. Нимә ул живопись?(һынлы һүрәт.-Р.Б.Нурмөхәмәтовтың майлы буяуҙар менән яҙылған Шәриғәт ҡорбандары исемле төҫлө һүрәтен күрһәтеү.)
4. Башкортостан ҡасан суверенлы Республика тип иғлан ителде?(11.10.1990.)
5. Республикабыҙҙың тәүге президенты кем булды?(Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы.)
6. Республикабыҙҙа ниндәй милләт халыҡтары йәшәй?(рус,татар,башҡорт,сыуаш,мари,үзбәк,һ.б.)150 төр милләт.
7. Тыуған ил тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһең?(Тыуған илем-алтын бишек,Сит илдә солтан булғансы,үҙ илеңдә олтан бул,Тыуған илең-тыуған әсәң, һ.б.)
-Афарин,балалар.
-(Үткән теманы иҫкә төшөрөү.)
Слайд= -Уҡыусылар,беҙ һеҙҙең менән Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәресендә,рәсем дәресендә лә башҡорттарҙың биҙәү ҡулланма сәнғәте тураһында танышҡайныҡ.Нимә ул биҙәү ҡулланма сәнғәте?Гөлдәр.Гөлсинә яуап бирә. (тышҡы яҡтан асыҡ,матур итеп биҙәлгән өҫ кейеме,йорт йыһазы,һауыт-һаба,биҙәнеү әйберҙәре һ.б.) Бына һеҙҙең алда башҡорт кейемдәре өлгөләре.
Слайд= Башҡорттарҙың милли кейемдәре-ул үҙе бер сәнғәт. Борон-борондан һәр башҡорт ҡатын- ҡыҙы кейем тегергә оҫта булған.Үҙенең һөнәрен ул ҡыҙҙарына өйрәтеп тапшырған һәм шулай итеп быуындан-быуынға күсә килгән. Кейем тегеү өсөн туҡыма,биҙәү әйберҙәрен дә үҙҙәре әҙерләгәндәр: кейеҙ баҫҡандар,тире,йөн ,мамыҡ эшкәрткәндәр. Кесерткәндән,киндерҙән туҡыма һуҡҡандар. Шулай уҡ ебәк,бәрхәт ҡулланғандар.Кейемде сигеү,тәңкә,тимер элмәктәр,төҫлө таштар,муйынсаҡтар менән биҙәгәндәр.
(Дәрестең темаһын һәм маҡсатын балаларҙан әйттереү.)
- Беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй?-Слайд-:(Башҡорт милли кейемдәре тураһында.)
-Ә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ? (башҡорт кейемдәре тураһында белемебеҙҙе байытыу,уларҙы төшөрөү күнекмәләрен үҫтереү,уларға ҡыҙыҡһыныу уятыу,Тыуған илгә,телгә һөйөү тәрбиәләү.
Эйе,дөрөҫ әйттегеҙ.Тимәк беҙ һеҙҙең менән башҡорт милли кейемдәре темаһын дауам итәбеҙ.
Слайд--Ҡарағыҙ әле,ә ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк биргәндәр.(Ҡыҙыл,һары,йәшел,ҡара) Биҙәктәре ниндәй?(орнамент.)(таҡталағы өлгөләр менән дә һөйләргә була.)
Слайд: Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт матур булырға тейеш булған.Шуның өсөн байрам кейемдәре генә түгел,ә көндәлек кейемдәре лә шундай матур булған.( Әйҙәгеҙ беҙ уларҙы ҡарап китәйек әле.(презентация одежды.))шулай уҡ балалар кейенеп күрһәткән өлгөләр буйынса.)
Һәр ваҡыт,һәр заманға ҡарап кеше матурлыҡҡа ынтыла.Үҙенә йорт һалһынмы,уны матур итеп эшләргә,төҙөргә тырыша.(эстән дә,тыштан да).Кейем уйлаһа,ул уны уңайлы ғына булһын тимәгән,ә матур,зауыҡлы булыуын теләгән. Күп йылдар үткән һайын кейемдәр ҙә үҙгәрә. Быға аптырарлыҡ түгел,сөнки заман менән йәшәү торошо үҙгәрә һәм кешелектең матурлыҡҡа ла ҡарата фекере,тойғоһо үҙгәрә.Ләкин һәр ваҡыт һәр халыҡтың үҙенә генә хас милли кейеме һаҡланған. Күренекле рәссамдәрҙең дә һүрәттәрен иҫкә төшөрөп китәйек. Гөлсинә,кем башҡорт йорттарын,кейем-һалымдарын төшөрөргә яратҡан?(Давид Давидович Бурлюк-уның «Йәш башҡорт портреты”,Василий Степанович Сыромятниковтың “ Башҡорт ҡатыны”,”Ҡатындар яғында ҡунаҡ”,Юлий Юльевич Блюменталь-“Һыбайлы башҡорт”,”Шәмсинур”,”Йәш башҡорт ҡатыны”,”Башҡорт тупһаһы”,үҙебеҙҙең рәсәмдар-Ҡ.Дәүләткилдиевтың-«Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ”,”Һунарсы башҡорт”,Ә.Лотфуллиндың-“Әсәйем портреты”,”Ишбикә апай”,”Өс ҡатын”,”Ҡыҙыл яулыҡлы башҡорт ҡатыны”.Улар үҙҙәренең эштәрендә башҡорттарҙың кейемдәрен ентекләп төшөргәндәр.)Хәҙер һеҙ әле алған мәғлүмәттәргә таянып үҙегеҙгә генә хас кейем өлгөләре эшләп ҡарайһығыҙ.(һүрәт өлгөләрен күрһәтеп, һөйләп,эшләү тәртибен аңлатыу.)
III. Практик өлөш. Һеҙҙең алда әҙер шаблондар ята,һеҙгә тик уларға кейемдәр кейҙерергә һәм биҙәп буярға ғына ҡала.
-Эшләгән саҡта ҡағиҙәләрҙе онотмайбыҙ.(балаларҙың үҙ аллы эше.)
-Әйҙәгеҙ инде һүрәттәребеҙҙе ҡарап сығайыҡ,баһалайыҡ.(күргәҙмәгә ҡуяйыҡ.)

IV. Йомғаҡлау. Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек, һүрәт төшөрҙөк? Мин һеҙгә вәғәҙә иткән бүләктең сере нимәлә?(Беҙ ҙур бүләк-белем алдыҡ.)
Дәрестә ҡатнашҡан өсөн үҙегеҙгә ниндәй билдәләр ҡуйыр инегеҙ.(Уҡыусылар билдәләр ҡуйылған карточкаларҙы күрһәтә,уҡытыусы баһалар буйынса әңгәмә ҡора.)
-Тормош үҙенең тәбиғи закондары менән алға бара.Башҡортостан үҙ аллы булыуын,халыҡтарҙың бәхетле,ирекле,бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ,көсөбөҙ менән генә тәьмин итә алабыҙ.Рухыбыҙ,телебеҙ һәм милләтебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу өсөн беҙ янмаһаҡ,бүтән бер кем дә янмаҫ.Ер йөҙөндә башҡорттоң бөйөк рухы,көс-ҡеүәте,нәҫел ырыуы мәңге йәшәһен.Милли кейемдәребеҙ ҙә һаҡланһын.Әлеге ваҡытта акция бара “Мин башҡорт кейемендә”-беҙ ҙә ошо акцияла ҡатнашабыҙ.
-Бөгөнгө дәресебеҙҙе(Тыуған Башҡортостаныбыҙҙы ҡотлап) йыр менән тамамлап ҡуяйыҡ .(“Бәхет өсөн” тип атала.)Дәрес ошоноң менән тамам,ихтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.


Приложенные файлы


Добавить комментарий