Конспект урока по литературному чтению на башкирском языке. Итоговой урок Урал батыр 3 класс.


Тема: “Урал батыр” әкиәте. Йомғаҡлау дәресе.
Маҡсат: Халыҡ аҡылын үҙендә туплаған “Урал батыр” эпосының йөкмәткеһен тәрәндән үҙләштереү; уҡыусыларҙың үҙ аллы фекерләү һәм эшләү һәләтен үҫтереү, аҡыл һәм ихтыяр көсө менән ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға өйрәтеү; яуаплылыҡ, ныҡышмалыҡ, үҙ көсөнә ышаныу, эҙләнеү һәм ижади һәләтен үҫтереү; эпос миҫалында халҡыбыҙҙың ҡомартҡыларына тәрән ихтирам, белемгә, үҫешкә ынтылыш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: карточкаларҙа яҙылған эш төрҙәре,компьютер,мультимедиа проекторы,презентация.
Ойоштороу мәле. Психологик көйләү.
Һаумы, Ҡояш!
Һаумы, дуҫым!
Һаумыһығыҙ, уҡытыусылар!
Ҡояш, ғаләм, тыуған ер,
Йән тыныслығы бир
Мин сәләмәт, мин матур,
Салауат кеүек батыр.
Маҡсатҡа сығыу.
- Ә хәҙер инде, иғтибарығыҙҙы таҡталағы әкиәттән өҙөккә йүнәлтегеҙ, ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?
Донъяла мәңге ҡалыр эш-
Ул да булһа яҡшылыҡ,
Күккә лә осор – яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ.
-Эйе, балалар дөрөҫ фекерләйһегеҙ, дәресебеҙҙә яҡшылыҡты аңлап асырға өйрәнәсәкбеҙ.
III. Әкиәтте анализлау, маҡсатты билдәләү.
-Алдағы дәрестә башҡорт халҡының иң борон ҡомартҡыһы “Урал батыр” эпосы менән танышҡайныҡ. Бөгөн дә ошо ҡобайырға кире әйләнеп ҡайтабыҙ. Уның йөкмәткеһе, баш геройҙары тураһында уй – фекеребеҙ менән алмашып, йомғаҡ яһап анализларбыҙ.
IV. Йөкмәткеле һүрәт буйынса эш.
-Ә хәҙер таҡталағы һүрәттәргә иғтибар итегеҙ, был һүрәттәргә ҡарап нимә әйтә алаһығыҙ?
-Үҙебеҙ һиҙмәҫтән әкиәттең нимәһе төҙөлдө?
-Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ нисек йәшәгәндәр? Уларҙың көн-күрешен сағылдырған өҙөктө табып, уҡып ишеттерегеҙ.
-Улар нимәгә атланып һунарға йөрөгәндәр? Һунарсылыҡта кемдәр уларға ярҙам иткәндәр? (өҙөктө табып уҡып ишеттер)
-Ни өсөн Шүлгән ҡанды эскән?
-Ағаһын яҡлап атаһына әйткән һүҙҙәр? (өҙөктө табып уҡып ишеттер)
-Дүртәүләп һунарға барғанда, ниндәй ҡошҡа тап булалар?
-Һомайҙың үтенеп, ялбарған һүҙҙәре? (өҙөктө табып уҡып ишеттер)
-Йәнбирҙе ҡарт малайҙарын нимә эҙләтеп сығарып ебәрҙе?
-Ни өсөн Шүлгән дошмандар, дейеүҙәр, йыландар яҡлы?
-Шүлгән менән Уралдың осрашыуы, Урал Шүлгәнгә ниндәй ҡарар сығара? Ни эшләтә?
-Ҡарттың уйы буйынса үлемһеҙлек нимәлә? (өҙөктө табып уҡып ишеттер)
-Әкиәт геройҙарын нисә төркөмгә бүлеп була? Бүлгәндә нимәгә нигеҙләндең?
-Шүлгән һымаҡ булмаҫ өсөн ни эшләргә? Һеҙ уға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
-Урал тере һыуҙы бик оҙаҡ эҙләне, ләкин тапҡас та эсмәне. Ни өсөн?
-Әкиәт һеҙҙе нимәгә өйрәтте? Ниндәй фәһем бирҙе?
-Әкиәттең ҡайһы өлөшөн уҡығанда һеҙҙең кәйефегеҙ күтәрелде?
-Ниндәй ваҡытта кәйефегеҙ төштө?
-Әкиәттең ҡайһы геройына оҡшар инегеҙ?
V. Йәнһүрәт “Урал батыр”.
-Балалар Башҡортостан телевиденияһы ярҙамында “Аманат” студияһы “Урал батыр” эпосына йәнһүрәт төшөргән.
-Хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға йәнһүрәттән өҙөк, киләһе дәрестә тулыһынса ҡарарбыҙ.
VI. Ял итеү минуты.
Уң күҙеңде ҡыҫып ал да,
Һул күҙеңде ҡыҫып ал,
Шунан инде тәҙрә аша,
Күк офоҡҡа күҙең һал,
Ике күҙең йом да,
Бер минуттай йоҡлап ал,
Уңға, һулға башың сайҡа,
Бына шулай була ял.
VII. Ижади эш.
-Һеҙҙең һәләттәрегеҙгә таянып, уй-хыялдарығыҙҙы иҫтә тотоп алдағы дәрестә һеҙгә эҙләнеү эштәре һәр берегеҙгә бүленгәйне. Беренсе сығышты беҙҙең хәбәрсебеҙ Кузнецова Ангелинаға бирәбеҙ. (ҡыҙыҡлы мәғлүмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт)
-Икенсе сығышыбыҙ Низаев Нурисламға бирелә. Ысынын да “Урал батыр” эпосында йәшәү һәм үлем-үлемһеҙлек темаһы киң асыла. Нурислам да, “Урал батыр” эпосын уҡып үҙенә файҙалы мәғлүмәттәр алған, кәңәштәрең өсөн ҙур рәхмәт.
-2016 йыл Рәсәйҙә кино йылы тип иғлан ителгән. Класыбыҙҙа һүрәт төшөрөргә яратҡан балалар бар.
-Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға, Исмагилов Ильфистең “Урал батыр” эпосына бағышланған йәнһүрәт өсөн һүрәттәр серияһы.
-Рәхмәт, Ильфис, бәлки малайыбыҙ киләсәктә режиссер за булыр.
-Киләһе сығышыбыҙ, тәбиғәтте яҡлаусы уҡыусыбыҙ Шамсутдинов Батырға бирелә.
-Афарин, балалар! Барығыҙҙың сығышы матур һәм ҡыҙыҡлы булды.
-Эҙләнеү эшендә һеҙ нимәләр белдегеҙ?
-Нимәгә өйрәндегеҙ? Нимә эшләүе ауырыраҡ тойолдо?
-Нисек уйлайһығыҙ ошо эпосты яҙып беҙгә нимә еткерергә тырышҡандар?
-Афарин, 4000 йыл элек яҙылған ҡобайыр хәҙерге заман талабына тура килә, беҙҙең уйҙарыбыҙ, өмөттәребеҙ менән бәйле.
VIII. Дәфтәрҙә эш.
IX. Мәҡәлдәр буйынса эш. Парлы эш.
“Мәҡәлдәрҙе йый” уйыны (аҙашҡан мәҡәлдәр юлдарын дөрөҫ тоташтырыу)
-Мәҡәлдәрҙе уҡып күрһәтеү,аңлатыу.
X. Тест буйынса эш.
XI. Рефлексия.Дәрескә йомғаҡ яһау.
-Бөгөнгө дәрестә һеҙҙең кәйефегеҙ нисек булды?
-Тимәк был дәрестә балалар нимә өйрәндек?
-Нимә ул яҡшылыҡ?
-Кемдә кем бөгөн дәрестә бишле билдәһенә өлгәште тип уйлай?Актив ҡатнашты?
Баһалау.
Ҡушымта
Тест
1.Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ нимәгә атланып йөрөгәндәр?
А) арыҫлан; Б) юлбарыҫ; В)аҡбуҙат;
2. Ниндәй йәнлектең ҡанын һөлөк ҡуйып һурҙыртып алғандар?
А) урманда йәшәгән йыртҡыстың;
Б)үлән ашап йөрөгән йәш малдың;
В) таҙа күлдә йөҙөп йөрөгән балыҡтың;
3. Ҡанды ҡайҙа һаҡлағандар?
А) суйында; Б)ҡаҙанда; В)ҡабырсаҡта;
4. Һомай ҡош кемдең ҡыҙы?
А)Самрау батша; Б)Ҡатил батша; В)Ҡәһҡәһә;
5. Әзрәкә кемдәрҙең батшаһы?
А)ҡоштарҙың; Б)йылҡыларҙың; В)дейеүҙәрҙең;
6. Ҡарттың уйынса үлемһеҙлек нимәлә?
А) байлыҡта; Б)йәншишмә һыуында; В)кешеләргә изгелек ҡылыуҙа;
7) Уралдың Ҡатил батша ҡыҙынан тыуған улы?
А)Иҙел; Б)Яйыҡ; В)Һаҡмар;
8. “Урал батыр” әкиәтендәге тылсымға эйә булған әйбер?
А)тылсымлы таяҡ; Б)осоусы балаҫ; В)башмаҡ.

Приложенные файлы


Добавить комментарий