Рабочая программа по родному(башкирскому) языку 5класс


Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 5-се класы өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәтенән эш программаһы.
Эш программаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Төҙөүсеһе: Сәйфуллина Зәкинә Ғилфан ҡыҙы
Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн туған (башҡорт ) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы/ авт-төҙ.;В.И. Хажин ,Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡу-жина, М.И.Ҡарабаев,З.Ғ.Әминева . – Өфө: Китап, 2017.
Программа кимәле: базис
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн туған (башҡорт ) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы / авт-төҙ.;В.И. Хажин ,Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡу-жина, М.И.Ҡарабаев,З.Ғ.Әминева . – Өфө: Китап, 2017.
5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. Өфө: Китап,1996.
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн туған (башҡорт ) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы / авт-төҙ.;В.И. Хажин ,Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина, М.И.Ҡарабаев,З.Ғ.Әминева – Өфө: Китап, 2017.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5- 11-се кластары өсөн “ Туған ( башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары /авт-төҙ.;В.И. Хажин ,Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина,– Өфө: Китап, 2017 нигеҙендә төҙөлгән . Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Белорет ҡалаһы 16-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре:
Шәхси үҫеш кимәле.
Баланы шәхес итеп үҫтереү кешелек сифаттарын тәрбәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү фекереңде булдырырға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле.
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға белем алырға өйрәтеү.
Предмет кимәле.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡуланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.
Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
-компетентлы уҡыуҙы формалаштырыу;
-уҡыу техникаһын үҙләштереү;
- уҡылған йәки тыңланған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлау алымдарына эйә булыу;
- интерпретацияның төп элементтарын үҙләштереү;
- әҙәби әҫәрҙәрҙе, фәнни-популяр уҡыу текстарын анализлау һәм үҙгәртеү күнекмәләренә эйә булыу,
- үҙеңде ҡыҙыҡһындырған әҙәбиәтте үҙ алла һайлай алыу;
- һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;
- үҙеңде ижади эшмәкәрлеккә һәләтле, белемле китап уҡыусы итеп тойоу;
- монологтар төҙөү, тектың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;
- һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;
- шиғырҙарҙы яттан һөйләү һәм сығыш яһау күнекмәләренә эйә булыу.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:
Көҙ.
С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.
Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.
Б. Бикбай. Туған тел.
Шиғырҙы, туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.
Башҡорт халыҡ ижады.
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү.
Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).Аҡъял батыр (башҡорт халыҡ әкиәте).
Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.
Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.
Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.
Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири
уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.
Ф.Иҫәнғолов.Хәмит күпере. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.
М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.
Н. Әминева. Тыуган ер. Башҡортостан тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).
Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.
Башҡорт шәжәрәләре. «Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.
А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Йылмайыу.Р.Ғарипов.Алма.
Ғ.Хисамов.Аҡъяурын сал бөркөт.
Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Ҡыш.
С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.
Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.
«Ҡамыр батыр» әкиәте. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре. Мәҡәл тураһында төшөнсә.
Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.
З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ф. Туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» (башҡорт халыҡ әкиәте).
М.Кәрим.башлыҡ һайлау (“Өс таған” повесы буйынса)
Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.
Башҡорт халыҡ йомаҡтары. Йомаҡ тураһында төшөнсә..
Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел. (“Өс таған” повесы буйынса)
Т.Молдағәлиев.Атайым.
Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү.
Хикәйә тураһында төшөнсә.
Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.
Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.
Башҡорт халыҡ йырҙары.
Яҙ.
Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.(“Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан)
Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.
Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу.
Йәнләндереү тураһында төшөнсә.
Башҡортостан ҡоштары.
Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу.(“Йыл бабайҙың дүрт ҡыҙы” әкиәтенән) «Айыу менән бал ҡорттары»( башҡорт халыҡ әкиәте)
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау.
Н.Мусин. Атайымдың ос һәнәге.
Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу, образдарына характеристика биреү.
Көләмәстәр.Көләмәстәр тураһында төшөнсә.
А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.
Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.
Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.
Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?Л.Толстой.
Ике иптәш.(Мәҫәл).
Өҙөктәрҙе тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.
Мәҫәл һәм аллегория тураһында төшөнсә.
Йәй.
С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. Р.Солтангәрәев.Эшләп ашаһаң.
Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:
Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
Әҙәбиәт буйынса:
Әҙәбиәт буйынса уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар. Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға, сиреккә, йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы. Хәҙер әҙәбиәт дәрестәрендә баһалар ҡуйылыу мөмкинлектәрен, юлдарын ҡарап үтәйек.
Уҡыу тиҙлеген тикшереү:
Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.
Туған (башҡорт) әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.
Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
Материаль – техник ҡулланмалар.
телевизор
видеомагнитофон
DVD плеер
компьютер
принтер
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт. :
1.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн туған (башҡорт ) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы/ авт-төҙ.;В.И. Хажин ,Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина, М.И.Ҡарабаев,З.Ғ.Әминева – Өфө: Китап, 2017.
2.Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11 –се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреу өлгө программалары/ В.И.Хажин.,Ә.Х.Вилданов.,Ф.Ә.Аҡҡужина.- Өфө: Китап,2017.
3.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
4.Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
5.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
6.Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
2017-2018 уҡыу йылына әҙәбиәттән календарь- тематик план
№ Тема Сәғәт һаны План- ған Үткәр-де Иҫкәрмә
Көҙ 1. С.Муллабаев. Шатлыҡлы иртә. Б.Бикбай. Туған тел. 1 2. Башҡорт халыҡ ижады.“Әминбәк” әкиәте. 1 3. Аҡъял батыр әкиәте. Әкиәт тураһында төшөнсә. 1 4. Р.Ғарипов. Торналар. Н.Иҙелбай. Дүрт миҙгел. 1 5. Б.Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә. 1 6. Ф.Иҫәнғолов. Хәмит күпере. 7. М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы.
А.Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ. 1 8. Д.Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер. Ҡобайыр.
Т.Ғәниева. Уралиә тигән ил. 1 9. Р.Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары. Ф.Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. 1 10. Ә.Вәхитов. Аҡһаҡал аманаты.Шәжәрә. 1 Ҡыш. 11. С.Әлибаев. Ҡыш. Н.Мусин. Ҡоралайҙар. В.Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. 1 12. М.Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта. 1 13. Ҡамыр батыр әкиәте. 1 14. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре. Мәҡәл тураһында төшөнсә. 1 15. Ф.Туғыҙбаева.Яңы күлдәк. 1 16. Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән әкиәте. 1 17. М.Кәрим.Башлыҡ һайлау. 1 18. Башҡорт халыҡ йомаҡтары.Йомаҡ тураһында төшөнсә. 1 19. Д.Бүләков. Яралы китап. 1 20. Ә.Вәхитов.Өс бөртөк бойҙай. 1 21. М.Кәрим. Дан кәпәс түгел. 1 22. Т.Молдағәлиев.Атайым.Хикәйә тураһында төшөнсә. 1 23. Ә.Әминев. Әсикмәк. Ф.Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. 1 24. Әсә йөрәге. Ҡобайыр. Ғ.Аллаяров. Таҫтамал. 1 25. Инша.Минең әсәйем. 1 Яҙ. 26. Р.Назаров. Яҙ килә. З.Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. 1 27. М.Кәрим. Һеңлемдең төшө. 28. Ҡ.Даян.Торналар Р.Ғарипов. Һабантурғай.
Йәнләндереү тураһында төшөнсә. Башҡортостан ҡоштары. 1 29. Б.Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу әкиәте. 1 30. Айыу менән бал ҡорттары әкиәте.Көләмәстәр. 31. А.Игебаев. Еңеү көнө. Р.Ниғмәти. Еңеүселәргә дан! Миҙал һәм малай. 1 32. С.Агиш. Турыҡай. Яҙғы байрамдар. 1 33. М.Ғафури. Һарыҡты кем ашаған? Мәҫәл һәм аллегория тураһында төшөнсә. 1 Йәй. 34. С.Муллабаев. Йомарт йәй. Б.Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. 1 35. Р.Солтангәрәев.Эшләп ашаһаң. Йәйге эштәр.Йомғаҡлау. 1

Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙән 5-се класы өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы.
Эш программаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Төҙөүсеһе: Сәйфуллина Зәкинә Ғилфан ҡыҙы
Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы/ авт-төҙ.;В.И. Хажин ,Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина, М.И.Ҡарабаев,З.Ғ.Әминева – Өфө: Китап, 2017.
Программа кимәле: базис
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. Өфө: Китап,1996.
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн туған (башҡорт ) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы/ авт-төҙ.;В.И. Хажин ,Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина, М.И.Ҡарабаев,З.Ғ.Әминева – Өфө: Китап, 2017.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5 – 11 кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреү өлгө программалары /авт-төҙ: В И Хажин,Ә.Х. Вилданов, Ф.Ә Аҡҡужина. – Өфө;Китап,2017. нигеҙендә төҙөлгән .
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Белорет ҡалаһы 16 -сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.
Шәхси үҫеш кимәле.
Баланы шәхес итеп үҫтереү кешелек сифаттарын тәрбәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү фекереңде булдырырға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.
Метапредмет кимәле.
Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡыуға белем алырға өйрәтеү.
төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлау һәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү.
Предмет кимәле.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡуланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.
Предметты өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
- һүҙлектәр, белешмәләр менән эш итә белеү;
- һүрәтләү, хикәйәләү, хөкөмләү элементтарын индереп, бәләкәй текстар төҙөү;
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:
Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.
Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.
Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.
Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.
Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.
Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.
Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.
Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.
Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.
Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү. Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.
Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.
Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.
Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:
Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Уҡыу йылы башында инеү диктанты, семестр һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе семестрҙың беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
контроль күсереп яҙыу – 2;контроль диктант – 3;
тест – 1;
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы;
-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)
Туған (башҡорт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.
5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.
Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996
Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
Материаль – техник ҡулланмалар.
телевизор
видеомагнитофон
DVD плеер
компьютер
принтер
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класы өсөн туған (башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы/ авт-төҙ.;В.И. Хажин ,Ә.Х.Вилданов, Ф.Ә.Аҡҡужина, М.И.Ҡарабаев,З.Ғ.Әминева – Өфө: Китап, 2017.
Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11 –се кластары өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметы буйынса белем биреу өлгө программалары/ В.И.Хажин.,Ә.Х.Вилданов.,Ф.Ә.Аҡҡужина.- Өфө: Китап,2017.
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. ӘүбәкироваЗ.Ф.– Өфө, 2006.
Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
2017-2018 уҡыу йылына туған (башҡорт) теленән календарь- тематик план
№ Тема Сәғәт һаны План-ған Үткәр-де Иҫкәрмә
1. Фонетика.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. 1 2. Күсереп яҙыу. Ҡурай моңо. 1 3. Хаталар өҫтөндә эш ,Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. 1 4. Башҡорт телендә (уы) хәрефе. 1 5. Башҡорт телендә (й) өнө менән һуҙынҡылар ҡушылмаһы. 1 6. Башҡорт һүҙҙәрендә һүҙ башында в хәрефе. 1 7. Синоним тураһында төшөнсә. 1 8. Контроль диктант. 1 9. Хаталар өҫтөндә эш.Рус теленән ингән һүҙҙәр. 1 10. Башҡорт теленең һуҙынҡы өндәре. 1 11. Башҡорт теленең тартынҡы өндәре. 12. Башҡорт һуҙынҡыларының үҙенсәлектәре. 13. Антоним тураһында төшөнсә. 1 14. Омоним тураһында төшөнсә. 1 15. Синоним,антоним,омоним.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 16. 2 сирек контроль диктант. 1 17. Хаталар өҫтөндә эш. 1 18. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. 1 19. Ижек.Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү. 1 20. Ижек.Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү. 1 21. Башҡорт телендә баҫым. 1 22. Алфавит. 1 23. Тү.Башҡортостан картаһы янында һөйләшеү. 1 24. 3 сирек өсөн контроль диктант. 1 25. Хаталар өҫтөндә эш. 1 26. Башҡорт телендә һүҙяһалыш. 1 27. Ҡушма һүҙҙәр. 1 28. Күсереп яҙыу. Көләс булһын әсәйҙәр! 1 29. Хаталар өҫтөндә эш. 1 30. Фразеологик берәмектәр. 1 31. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 1 32. Йыллыҡ контроль эш.(тест) 1 33 Хаталар өҫтөндә эш.Йомғаҡлау. 1 34. Уҡыу техникаһын тикшереү. 1 35. Саф һауала уйындар. 1

Приложенные файлы


Добавить комментарий