Рабочая программа по башкирскому государственному языку 5 класс



Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш программаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт) .Төҙөүсеһе :Сәйфуллина Зәкинә Ғилфан ҡыҙы
Дәреслек: Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014 .
Программа кимәле : базис (икенсе быуын стандарттарына ярашлы)
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Усманова М. Г., Ғәбитова З. М.- “КнигоГрад”. - Ижевск. - 2008.
Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
Уҡыусының тел буйынса уҡыу комплекты:
Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014 .
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Белорет ҡалаһы 16-сы һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының “Уҡыу планы”на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
• «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
• Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,
• «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,
• Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
1. телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.
3. шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:
Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:
1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
2. 5 класс өсөн башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 1-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).
3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар:
Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
 5-6-сы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.
Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси һөҙөмтәләр:
•Башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;
•башҡорт теленән алынған белем һәм күнекмәләрҙе мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;
•аралашыуҙа рус теленән алған белемде башҡорт телендә тәржемә итеп ҡуллана белеү;
•башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;
төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәрең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү.

Предмет-ара һөҙөмтәләр.
•Яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, балалар тапшырыуҙары, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;
•һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;
•бирелгән тема буйынса диалог төҙөй белеү; һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы итеп яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;
•әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ, аңлап һәм тасуири уҡыу, тексты ҡыҫҡа һәм һайлап һөйләй белеү;
•таныш булған орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;
•үҙ аллы тикшерә һәм башҡорт теленән предмет-ара (башҡа предмет дәрестәрендә) үҙ белемеңде анализлай белеү;
•төп предметтан предмет-ара аңлатмаларҙы үҙләштереү;
•мәктәптә һәм мәктәптән тыш ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып, башҡорт телендә аралашыу.
Уҡыуҙа универсаль эш төрҙәре:
•телмәрҙе телдән ҡабул итеү һәм төп йөкмәткене аңлау;
фонетик төҙөлөшөнөң төп берәмектәрен белеү; тартынҡы һәм һуҙынҡы, өн һәм хәрефтәрҙе айыра белеү; ижектәргә бүлеү,
дөрөҫ әйтеү һәм баҫым;
•рус телендә булмаған өндәрҙе һәм өн ҡушымсаларын дөрөҫ әйтеү;
•һүҙҙәрҙе, грамматик формаларҙы һәм уларҙың барлыҡҡа килеүҙәрен, элементар сиктаксик конструкцияларҙы һәм уларҙың һөйләмдә һәм бәйләнешле телмәрҙә ҡулланылышын үҙләштереү;
•баш хәрефтең яҙылышын, һүҙҙәрҙең ижеккә бүленеүен, тыныш билдәләрен яҙыу ҡағиҙәләрен белеү;
•уҡыу һәм көндәлек аралашыу шарттарында үҙләштерелгән белем һәм күнекмәләрҙе ҡулланыу; диалогты дауам итеү; үҙләштерелгән лексиканы ҡулланып һорауға яуап биреү һәм үҙ аллы һорау биреү, тексты һөйләп биреү, картина буйынса һөйләм төҙөй белеү, тематик өлгө буйынса төрлө темаға монологик текст төҙөй белеү;
•ҡысҡырып һәм үҙ аллы уҡый белеү, айырым һөйләм һәм тулыһынса тексты тасуири уҡыу;
•тексты өлөштәргә бүлә белеү, уларға исем биреү, план төҙөү, биремде яҙып бөтөрә һәм әйтеп бирә белеү, предметты һәм картинаны һүрәтләй белеү һ.б.
•телдең милли мәҙәниәттең сағылышы һәм аралашыу ҡоралы булыуын ҡабул итеү; башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ әһәмиәтен аңлау.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:
1.Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;
2.Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;
3.Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
4.Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.

5.Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
6.Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
7.Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу
8.Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау:
1.Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
2.Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
3.Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Бөтәһе 1 уҡыу йылына 35 сәғәт.
1 сирек – 8.5 аҙна – 9сәғәт
2 сирек – 7.5 аҙна – 8 сәғәт
3 сирек – 9.5 аҙна – 10 сәғәт
4 сирек – 9 аҙна – 8 сәғәт
Контроль эштәрПрог-ма б-са
Һорауҙарға яуаптар (тест) 3
Диктанттар 2
Изложениелар 0
Иншалар 1
Контроль күсереү 0

Уҡыу тиҙлеге –75-85 һүҙ (120-150 һүҙ эстән уҡыу)
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…)

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:
Һаумы, мәктәп! – 4 сәғәт
Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең күплек ялҡауы. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
Үҙем тураһында. - 6 сәғәт
Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр .Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.Ҡылым тураһында төшөнсә.Сифат. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Эйәлек алмаштары. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.
Йыл миҙгелдәре. - 4 сәғәт
Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары. Юҡлыҡ алмаштары.
Башҡортостанды беләһеңме? - 6 сәғәт
Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр(ҡабатлау). Һан.Ҡушма һан.
Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. - 2 сәғәт
Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.
Яңы йыл менән. - 1 сәғәтЯңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.
Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Магазин. Өй.Баҙар. – 4 сәғәт
Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.
8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы. - 3 сәғәт
Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.
Яҙ етте. – 2 сәғәтЯҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.
Яҙғы эштәр. - 1 сәғәтЯҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Йәйҙе ҡаршылайбыҙ. – 2 сәғәтБашҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар:
1.Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
2.Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
3.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.
4.Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
5.Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, 2004.
6.Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. – Өфө, 1997.
7.Омонимдар һүҙлеге. Әхтәмов М.Х. – Өфө, Китап, 2006.
8.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, Китап, 2006.
9.Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит
10.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
Материаль-техник ҡулланмалар:
телевизор;
компьютер;
принтер;
DVD-проигрыватель,
Аудио-видеомагнитофон.
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт:
1.Ғәбитова З.М.,Усманова М.Ғ. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-се класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө : Китап, 2014.
2.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
3.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
4.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
5.Балалар уйын фольклоры. Сөләймәнов А.М. – Өфө, Китап, 2007.
6.Балалар өсөн йөҙ йыр. Юнысова Г.А. – Өфө, Китап, 2003

2017- 2018 уҡыу йылына календарь – тематик план
№ Тема Сәғәт һаны План- ған Үткәрелде Иҫкәрмә
Һаумы, мәктәп! – 4 сәғәт 1. 1 сентябрь – Белем көнө. Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. 1 2. Ф.Ғөбәйҙуллина. Рәйфә мәктәпкә бара. Исем. 1 3. Һау булығыҙ, аҡҡоштар! Исемдәрҙең күплек ялҡауы. 1 4. Көҙ етте. Һөйләмдә .һүҙҙәр тәртибе. 1 Үҙем тураһында - 6 сәғәт 5. Үҙем тураһында. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр .Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. 1 6. Беҙҙең ғаилә. Ҡылым тураһында төшөнсә. 1 7. Башҡортостан йылғаары.Сифат. 1 8. 1 сирек өсөн контроль эш. Һорауҙарға яуаптар. 1 9. Хаталар өҫтөндә эш. Артурҙың бер көнө. Алмаш. Зат алмаштары. 1 10. Минең тамырҙарым. Эйәлек алмаштары. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы. 1 Йыл миҙгелдәре - 4 сәғәт 11. Йәй. Һорау алмаштары. 1 12. Көҙ. Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. 1 13. Ҡыш. Билдәһеҙлек алмаштары. 1 14. Яҙ. Билдәләү алмаштары. Юҡлыҡ алмаштары. 1 Башҡортостанды беләһеңме? - 6 сәғәт 15. Башҡортостан.Ҡушма исемдәр. 1 16. 2 сирек өсөн контроль диктант.Ирәмәл.(14 бит) 1 17. Хаталар өҫтөндә эш. Күренекле шәхестәр. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр(ҡабатлау). 1 18. Республикабыҙҙың символдары,тыуған көнө.Һан. 1 19. Салауат Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры. Ижады.Ҡушма һан. 1 20. Тест. (үтелгәндәрҙе ҡабатлау). 1 Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. - 2 сәғәт 21. Хаталар өҫтөндә эш. Тән ағзалары. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. 1 22. Шәхси гигиена. Ҡылым. 1 Яңы йыл менән - 1 сәғәт 23. Шыршы байрамы.Исемдәрҙең күплек ялҡауы. 1 Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Магазин. Өй.Баҙар. – 4 сәғәт 24. Аҙыҡ-түлек.Синонимдар. 25. Кейем-һалым.Ҡылым (ҡабатлау). 1 26. 3 сирек өсөн контроль диктант.Бесәйем.(20 бит) 27. Хаталар өҫтөндә эш. Магазин. Өй.Баҙар.Сифат(ҡабатлау). 1 8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы - 3 сәғәт 28. Ф.Мөхәмәтйәнов.Әсәйем.Антонимдар. 1 29. Ә.Ихсан.Әсә рәхмәте.Антонимдар. 1 30. Инша.”Минең әсәйем”. 1 Яҙ етте.- 2 сәғәт 31. Хаталар өҫтөндә эш.Яҙ етте.Омонимдар. 1 32. Еңеү көнө.Омонимдар. 1 Яҙғы эштәр.- 1 сәғәт 33. Яҙғы эштәр .Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 1 Йәйҙе ҡаршылайбыҙ. -2 сәғәт 34. Йыллыҡ контроль эш (һүҙлек диктанты,тест). 1 35. Хаталар өҫтөндә эш. Һаумы,йәй ! Йомғаҡлау. 1 Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
основная общеобразовательная школа г. Белорецк
администрация муниципального района Белорецкий район
Республика Башкортостан
Рассмотрено: согласовано: согласовано: утверждаю:
на заседании ШМО методист УО зам. директора по УВР директор МОБУ СОШ №16
протокол № 1 ______/Ахметшина Л.Х./ ______/Гиниятуллина Н.В./ _______/Елисеева Л.В./
от «___»_________2017г. «___»__________ 2017г. «___»__________2017г. «___»__________2017г.

Рабочая программа
по башкирскому (гос) языку в 5а,5б классах
на 2017-2018 учебный год
общее количество часов- 35
количество часов в неделю- 1
Составила: Сайфуллина З.Г.

Приложенные файлы


Добавить комментарий