Рабочая программа по башкирскому языку и литературе


Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән район хакимиәте муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Яңы Мөсәт филиалы
Ҡаралған:
МО ултырышында
Г.Ф.Исҡужина _________
протокол №1
26.08.2017 й. Килешелгән:
Филиал етәксеһе:
______М.А.Ҡасҡынбаев
26.08.2017 Раҫлайым:
Директор Йомағолов Г.М
__________
Пр.№____ 31.08. 2017 й.
2017-2022 уҡыу йылдарына
5-9-сы кластарға
башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы
Эш программаһының төрө: төп дөйөм белем биреү
Программаны ғәмәлгә ашырыу ваҡыты: 5 йыл
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә Яңы Мөсәт филиалының төп дөйөм белем биреү программаһына ярашлы төҙөлдө.

Төҙөүсе: Ҡасҡынбаева Альбина Ғәззәле ҡыҙы
Әхмәтова Нәфисә Абдулла ҡыҙы
Яңы Мөсәт – 2017
2. “Башҡорт теле теле”предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли – мәҙәни ҡиммәттәре булараҡ аңлау,интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль – этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; мили – мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:
1)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
*телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текс темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
*төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү);төрлө стилдәге,жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
*төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү;аудирование менән эш итеү(һайлап алыу, танышыу);
*төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт –дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;
*һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
* стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
*алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең ( индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә - эҙлеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
*тыңлаған йәки уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә( план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
*төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдә һәм яҙма текст төҙөй алыу;
*телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, текст логик яҡтан эҙмә - эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
*төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог – һорашыу, диалог – аралашыуға өндәү, диалог – фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;
*ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик,хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистк нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
* телмәр этикет нормаларын һаҡлау, аралаша алыу,телмәр аралашыу процесында ым – ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
* уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып,үҙ телмәреңде баһалай белеү;грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
* үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
2)алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет – ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;
3) аралашыу процесында тирә - яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә,күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли – мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
телдең төп фукциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһынлда, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
тел ғилеменеңтөп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеие) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог,диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары. Фәнни, публицистик, рәсми – эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ – мәғәнәүи телмәр төрҙәре ( хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре, телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын. Башҡорт әҙәби теленеңтөп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
телдең төп берәмектәрен, граматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
һүҙгә төрлө анализ яһау төрҙәрен ( фонетик, морфематик, һүҙъяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
тел – һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау
Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән.Был үҙ йәһәтендә коммуникатив,тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫтә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы, һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.
Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеге формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.
Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыу, башҡорт теленең милли - мәҙәни үҙенсәлеген , башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.
Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы - предмет – ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге( телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телдәрҙә адекват ҡабул итеү,ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процессында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡрот телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге( проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу,төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б.); регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге( эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә - эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ.б. тормошҡа ашырыу). функциональ грамоталылыҡтың мөһим компонентын телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлентәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процессы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлдө формала эҙләү,телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларын һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.
Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре:
1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли - мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль - этик сифаттарын үҫтереүҙә башҡорт теленең роле, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; башҡорт теленә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;
3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасын эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтең һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:
телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлңмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт - дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;
һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
стилистик үҙенселектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеген, хәрәкәттең эҙмә - эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
тыңлаған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә - эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог - һорашыу, диалог - аралашыуға өндәү, диалог - фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;
ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәренеңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; башҡорт теленән башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу;
3) аралашыу процесында тир - яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуациялаҙа телмәр этикетының мили - мҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2) гуманитар фәндәр системаһында башҡорт теленең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
3) башҡорт теле тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми - эшлекле стилдәр, матур әҙәби тел;
5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәметәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
8) тел - һүрәтләү саралары һәм уларҙы үҙ телмәрендә ҡулланыу;
9) башҡорт теленең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
V-IX кластар уҡыусылары белергә тейешле төшөнсәләрV класс уҡыусыһы белергә тейешле төшөнсәләр:
Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;
Синтаксис, стилистика; тыныш билдәләре, тест, һөйләм, һүҙбәйләнеш; ҡушма һөйләм төшөнсәләре;
Фонетика, телмәр өндәре,телмәр өндәре,ижек,һүҙ баҫымы,һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр; өндәрҙең бер - береһенә оҡшашыуы (сингармонизм) төшөнсәләре;
Орфоэпия (дөрөҫ әйтелеш), төп орфоэпик норма төшөнсәләре;
Орфография (дөрөҫ яҙылыш), һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың һүҙҙең тамырында, ялғауҙарҙа, һүҙ араһында яҙылышы һәм әйтелеше, һүҙҙе юлдан юлға күсереү;
Графика, алфавит, хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыу төшөнсәләре;
Лексика, һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синонимдар,омонимдар,антонимдар;
Грамматика, морфема; тамыр, нигеҙ, һүҙ яһаусы, үҙгәртеүсе ялғау; тамырҙаш һүҙҙәр; һүҙьяһалыш юлдары;
Текстың эсендә һөйләмдәрҙең бәйләнеп килеү саралары; йәнле һөйләү, фәнни, күркәм стилдәр;
Телмәр төрҙәре: хикәйәләү, тасуирлау, хөкөм сығарыу.
Күнекмәләр:
Фонетика, өн - хәреф, һүҙьяһалыш, һүҙ төҙөлөшө буйынса анализ яһай белеү;
Һүҙбәйләнеш,ябай ике составлы һөйләмдәр,теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма һөйләмдәр төҙөй белеү;
Һуҙынҡылар һәм тартынҡыларҙың төп һыҙаттарын дөйөм билдәләре буйынса төркөмләй,һүҙҙәрҙең тамырында,ялғауҙарында һуҙынҡылар менән тартынҡыларҙы дөрөҫ яҙа,өйрәнелгән орфография ҡағиҙәләрен тәртипкә килтерә белеү;
Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың мәғәнәләрен айыра белеү;
өндәш һүҙе һәм тиң киҫәктәре булған ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү.
VI класс уҡыусыһы белергә тейешле төшөнсәләр:
һүҙҙең грамматик мәғәнәһе; тулы мәғәнәле һүҙҙәрҙең һан, эйәлек, инеш, хәбәрлек менән үҙгәреүе, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу дәрәжәләре, һөйкәлеш, зат һәм заман; һүҙ төркөмдәрен классификациялау принциптары, уҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре; һүҙ төркөмдәре булараҡ исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, ҡылым төркөмсәләре, сифат ҡылым, исем ҡылым, хәл ҡылым, теркәүес, бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡ;
рус теленән үҙләштерелгән исемдәрҙең, сифаттарҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы, ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы;
эпиграф төшөнсәһенең билдәләмәһе, рәсми эш ҡағыҙҙары стиле хаҡында төшөнсә, телмәр этикеты тураһында төшөнсә.
Күнекмәләр:
һүҙҙең грамматик мәғәнәһен билдәләү;
үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айыра белеү;
исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, теркәүес, бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡтарҙың төп морфологик билдәләре һәм синтаксик ролдәрен әйтә белеү; исем, сифат, һан, рәүеш, алмаштарҙ төрлө ысулдар менән яһалышын белеү; кеше һәм башҡа предметтарға, күренештәрҙе белдергән исемдәргә һорау ҡуя белеү.
рус теленән һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе һәм ҡушма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү.
ҡатмарлы план төҙөү, текстың төп фекерен сағылдырыу маҡсатында эпиграфты ҡуллана белеү; текст эсендәге һөйләмдәрҙе бер - береһенә алмаштар ярҙамында бәйләй белеү.
VII класс уҡыусыһы белергә тейешле төшөнсәләр:
ике составлы, бер составлы, кәм һөйләм; һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре; эйә менән хәбәрҙең сағылыу ысулдары, тыныш билдәләренең принциптары;
айырымланған эйәрсән киҫәкле ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылыу ҡағиҙәләре, эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ, ҡулланыу ҡағиҙәһе, һөйләмдәрҙә инеш һүҙ, инеш һүҙбәйләнеш, инеш һөйләм, ымлыҡтар булғанда тыныш билдәләренең ҡуйылышы; тура һәм ситләтелгән телмәрле цитаталы һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.
Күнекмәләр:
һүҙбәйләнештәргә, ике составлы ябай, бер составлы, тура телмәр булған һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау, ике составля һөйләмдәр, тиң киҫәктәр, инеш һүҙҙәр, инеш һүҙбәйләнештәр, инеш һөйләмдәр, өндәш һүҙҙәр булған тарҡау һөйләмдәр төҙөү;
эйәһе, хәбәре, төрлө һүҙ төркөмдәренән килгән һөйләм менән файҙаланыу;
тура телмәрҙе ситләтелгән телмәр итеп үҙгәртеп төҙөй белеү, цитаталар менән, стилгә һәм йөкмәткегә ҡарап, синтаксик синонимдар менән файҙалана белеү;
төрлө тип һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү;
хикәйәләү тексын, тасуирлау элементтарын индереп, ентелке изложение яҙыу, грамматик һәм телмәр хаталары булған текстарҙы камиллаштырыу.
VIII класс уҡыусыһы белергә тейешле төшөнсәләр:
теҙмә ҡушма, эйәртеүле ҡушма, теркәүесһеҙ ҡушма һөйләмдәр тураһында төшөнсә, баш һәм эйәрсән һөйләм; эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре;
теҙмә ҡушма, эйәртеүле ҡушма, теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма, ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре;
доклад, тезис, конспект, ғариза тураһында төшөнсәләр.
Күнекмәләр:
ҡушма һөйләмдәрҙә телдән һәм яҙып синтаксик, пунктуацион тикшеренеү үткәрә белеү;
үтелгән синтаксик төҙөлмәләрҙе телмәрҙең йөкмәткеһенә һәм стиленә ярашлы ҡуллана белеү;
айырымланған эйәрсән киҫәкле, хәл әйтемле, тура һәм ситләтелгән телмәрле ябай һөйләмдәрҙә, шулай уҡ теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү;
йәшәгән урынды, архитектура, тарих һәм сәнғәт ҡомартҡыларын тасуирлауға нигеҙләнгән инша яҙа белеү;
сағыштырыу юлы менән ике йә бер нисә персонажға һәм әҙәби персонаждар төркөмөнә ҡылыҡһырлама яҙыу;
проткол төҙөй белеү;
изложениеларҙы һәм иншаларҙы темаһына, төп фекеренә, стиленә ярашлы камиллаштыра, уларҙы орфографик, пунктуацион, грамматик һәм телмәр хаталарын төҙәтә белеү.
IХ класс уҡыусыһы белергә тейешле төшөнсәләр:
тел – аралашыуҙың иң мөһим саралары;
йәмғиәт тормошонда телдең урыны;
тел – үҫә барыусы ижтимағи күренеш;
башҡорт теле, уның башҡа ҡәрҙәш телдәр араһындағы урыны;
әҙәби тел, диалект; башҡорт әҙәби теле;
стилистика тураһында төшөнсә; башҡорт әҙәби теленең стилдәре;
һүрәтләү саралары.
Күнекмәләр:
әҙәби тел нормаларын таный белеү; уларҙы телмәрҙә күҙәтеү;
йәнле һөйләү, фәнни, рәсми, эпистоляр (хаттар), публицистик, күркәм (художестволы) телмәр стилдәрен айыра һәм таный белеү;
һүрәтләү сараларын текста таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу;
төрлө стилгә ҡараған текстар һайлай белеү;
тестарға стилистик анализ яһай белеү.
II. УҠЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ (КУРС) ЙӨКМӘТКЕҺЕ
5 - се класс (102 сәғәт, аҙнаға 3 сәғәт)
Башланғыс кластарҙа морфология һәм орфографиянан үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системалаштырыу, нығытыу - 4 сәғәт:
Һүҙҙең морфологик киҫәктәре: тамыр һәм ялғауҙар. Ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Сифат. Дәрәжәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Һандарҙа, даталарҙа ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы. Ҡылымдар, уларҙың заман, һан, зат һәм барлыҡ - юҡлыҡ менән үҙгәреше. Фонетик анализ эшләү тәртибе. Ә. Ситдиҡованың “Бал еҫе”картинаһы буйынса инша.
Синтаксис һәм пунктуация. Телмәр мәҙәниәте - 18 сәғәт:
Синтаксис һәм пунктуация тураһында тәшәнсә. Һүҙбәйләнеш, Һүҙбәйләнештә эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙҙәр. Интонацияға, һөйләү маҡсатына һәм хис - тойғо биҙәгенә ҡарап, һөйләмдәрҙең бүленеүе. Хәбәр, һорау, өндәү, бойороҡ һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәнеү, һөйләмдәр аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуя белеү. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәргә синтаксик һәм пунктуацион анализ яһарға өйрәтеү. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре; эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы. Хәл. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Теркәүесһеҙ һәм теркәүесле тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре. Өндәш һүҙҙәр. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә. Тура телмәр. Тура телмәрле һөйләмдә тыныш билдәләре. Диалог. Диалог.Диалог алдында һыҙыҡ. Текст тураһында төшөнсә. Уның өлөштәре. Һөйләмдәрҙең үҙ - ара бәйләнеше. Ҡыҙыл юл. Текстарҙы өлөштәргә бүлеү,текст өлөштәрен ҡыҙыл юлдан яҙыу.
Фонетика. Графика. Орфография. Орфоэпия. Телмәр мәҙәниәте - 22 сәғәт:
Фонетика тураһында төшөнсә. Телмәр өндәре. Телмәр ағзалары. Өндәрҙең яһалышы. Һуҙынҡылар һөм тартынҡылар. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Өн һәм хәреф. Өндәрҙең яҙыуҙа хәрефтәр менән белдерелеүе. Алфавит. Орфография тураһында төшөнсә. Ижек, төрҙәре. Һүҙҙәрҙе юлдан - юлға күсереү. Баҫым. Баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәр. Баҫымдың һуңғы ижеккә, һүҙ уртаһындағы һәм һуңғы ижеккә төшөү осраҡтары. Логик баҫым.Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә баҫым. Өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тартынҡыларға,яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыларға бүленеү сәбәптәрен аңлата белеү. Өйрәнелгән орфографик ҡағиҙәләрҙе системаға һала белеү күнекмәһенә эйә булыу. Төп башҡорт һәм урыҫ телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙрҙең баҫымдарын сағыштырыу күнекмәләрен булдырыу. Телдән һәм яҙып һүҙҙәргә фонетик анализ яһай белергә. Орфографик һүҙлекте файҙаланырға өйрәтеү.
Лексика. Телмәр мәҙәниәте - 5 сәғәт:
Лексика тураһында дөйөм төшөнсә. Терминдың мәғәнәһен асыу.Башҡорт теленең һүҙ байлығы. Һүҙлектәр. Мәктәп һүҙлектәре. Һүҙҙең лексик мәғәнәһе. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Мәғәнәләре буйынса һүҙҙәрҙең төркөмдәре. Телдең лексик системаһының байлығын аңлау. Һүҙҙең лексик мәғәнәләрен билдәләй белеү. Тура һәм күсмә мәғәнәләге һүҙҙәрҙе таный белергә өйрәтеү. Синонидар. Антонимдар. Омонимдар.Күп мәғәнәле һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен танырға һәм уларҙы телмәрҙә файҙаланырға өйрәтеү. Текстан синонимдарҙы, антонимдарҙы, омонимдарҙы таба һәм уларҙы телмәрҙә ҡуллана белергә күнектереү. Лексиканан белемде үҙ аллы тулыландырыу күнекмәһе булдырыу.
Һүҙьяһалыш. Орфография. Телмәр мәҙәниәте - 2 сәғәт:
Тамыр һәм ялғауҙар. Тамыр һәм һүҙҙең нигеҙе. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш. Һүҙҙәрҙә үҙгәртеүсе һәм яһаусы ялғауҙарҙың килеү тәртибе. Һүҙьяһалыш юлдары. Һүҙьяһалыш. Һүҙьяһалыш юлдары:
һүҙгә ялғау ҡушыу юлы менән;
һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы менә;
һүҙҙәрҙе парлау юлы менән;
һүҙҙәрҙе бәйләү юлы менән;
һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән.
Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы: һүҙҙәрҙең тамырын, яһаусы, үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы билдәләй белеү. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе урын - ваҡыт килеш ялғауҙарынан айыра, һүҙҙең морфологик төҙөлөштәренә миҫалдар һайлай белеү күнекмәһен булдырыу. Һүҙҙәрҙе составы һәм яһалышы яғынан анализлау күнекмәһен үҫтереү. Төрлө юлдар менән яңы һүҙҙәр яһауға күнектереү.
Морфология. Телмәр мәҙәниәте. Һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә - 1 сәғәт.
Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр - 1 сәғәт.
Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу - 9 сәғәт:
Исемдең дөйөм мәғәнәһе. Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу. Исемдәрҙең яһалышы Морфологик билдәләре һәм синтаксик вазифалары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Исемдәрҙең яһалыу юлдары. Исемдәрҙең стилистик мөмкинлектәре. Исемдәрҙәге һәм уларҙағы ялғауҙарҙы дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу күнекмәләре булдырыу. Уҡыусыларға һүҙьяһалыш юлдарын үткәндәалған белемдәрен ҡулланырға өйрәтеү, исемдәрҙең яһалыш юлдарын билдәләтеү. Ҡыҫҡартылған ҡушма исемдәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәһе булдырыу.
Ҡылым - 17 сәғәт:
Ҡылымдың мәғәнәһе. Морфологик билдәләре. Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Ҡылымдарҙың яһалыу юлдары. Ҡылымдарҙың затлы формалары. Һөйкәлештәре. Хәбәр һөйкәлеше. Мәғәнәһе,үткән,хәҙерге,киләсәк замандарҙа килеүе. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары. Бойороҡ һөйкәлеше. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары. Затлы ҡылымдарҙың мәғәнәләрен, морфологик билдәләрен,синтаксик ролен билдәләй алыу күнекмәһен булдырыу; үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдарҙы айыра белеү, төрлө ысул һәм саралар менән ҡылым яһау күнекмәһен үҫтереү. Ҡылымдың синтаксик вазифалары. Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Тамыр һәм яһалма ҡылымдар.
Үтелгәнде ҡабатлау - 4 сәғәт.

6 - сы класс (102 сәғәт, аҙнаға 3 сәғәт)
Әсә теле тураһында әңгәмә – 1 сәғәт.
V кл. үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 2 сәғәт.
Лексика - 8 сәғәт:
Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составы. Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәр.
Исем һәм уны телмәрҙә ҡулланыу - 10 сәғәт:
Исем тураһында үтелгәнде ҡабатлау. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Исемдәрҙең эйәлек заты, килеш менән үҙгәреше. Исемдәрҙең хәбәрлек формаһы.
Сифат һәм уны телмәрҙә ҡулланыу - 6 сәғәт:
Сифаттың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, синтаксик вазифаһы. Сифаттарҙың яһалыу юлдары. Төп һәм шартлы сифаттар.
Һан һәм уны телмәрҙә ҡулланыу - 6 сәғәт:
Һандың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, һөйләмдәге вазифалары.Ябай һәм ҡушма һандар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. Һан төркөмсәләре.
Алмаш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу - 5 сәғәт:
Алмаштың телмәрҙә үтәгән вазифаһы, мәғәнә үҙенсәлектәре, грамматик билдәләре. Алмаш төркөмсәләре. Алмаштың һан һәм килеш менән үҙгәреүе.
Ҡылым һәм уны телмәрҙә ҡулланыу - 24 сәғәт:
Ҡылым төркөмсәләре. Ҡылым йүнәлештәре.
Рәүеш һәм уны телмәрҙә ҡулланыу - 6 сәғәт:
Рәүеш тураһында төшөнсә: белдергән мәғәнәһе, морфологик билдәләре. Синтаксик вазифалары. Рәүеш төркөмсәләре, яһалышы.
Теркәүестәр - 3 сәғәт:
Теркәүестәр һәм уларҙың телмәрҙәге функцияһы. Теркәүестәрҙең бүленеше.
Бәйләүестәр - 4 сәғәт:
Бәйләүестәрҙең телмәрҙәге вазифаһы. Уларҙың бүленеше.
Киҫәксәләр - 4 сәғәт:
Киҫәксәләрҙең морфологик билдәләре, телмәрҙәге вазифаһы. Киҫәксәләрҙең бүленеше.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр - 3 сәғәт:
Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә.
Ымлыҡтар - 2 сәғәт:
Ымлыҡтар тураһында төшөнсә, уларҙың морфологик һыҙаттары, телмәрҙәге вазифаһы. Төрҙәре.
Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 2 сәғәт.
7 - се класс (68 сәғәт, аҙнаға 2 сәғәт)
Тел тураһында әңгәмә - 1 сәғәт:
Лексика, фонетика, морфология, орфография буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 3 сәғәт
Синтаксис һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш, һөйләм, текст, һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше - 7 сәғәт:
Һүҙбәйләнеш, уның һөйләмдән айырмаһы, һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәре тураһында төшөнсә. Һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙ. Һүҙбәйләнештәрҙә баҫым. Һөйләмдәге һүҙҙәр араһында теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш. Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре; башҡарылыу,йәнәшәлек, һөйкәлеү, эйә менән хәбәр араһында ярашыу бәйләнеше. Текст, уның өлөштәре.
Ике составлы ябай һөйләмдәр - 13 сәғәт:
Ике составлы һөйләмдәр тураһында төшөнсә. Һөйләмдең баш киҫәктәое. Эйәнең ябай һәм ҡушма һүҙҙәрҙән килеүе. Ябай һәм ҡушма хәбәр. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. Ҡушма хәбәрҙәр. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. Өҫтәлмәлек. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. Тура һәм ситләтелгән тултырыусы.

Бер составлы һөйләмдәр - 6 сәғәт:
Бер составлы һөйләмдәр тураһында төшөнсә. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Кәм һөйләмдәр.
Тулы һәм кәм һөйләмдәр - 2 сәғәт:
Тулы һәм кәм һөйләмдәр тураһында төшөнсә, кәм һөйләмдәрҙең айырмаһы.
Тиң киҫәкле һөйләмдәр - 5 сәғәт:
Интонация менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр, теркәүестәр менән бәйләнеп килгән тиң киҫәктәр. Улар араһында тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр. Улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре - 7 сәғәт:
Айырымланыу тураһында төшөнсә. Эйәрсән киҫәктәрҙең айырымланыуы. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. Хәл әйтемдәре эргәһендә тыныш билдәләре. Айырымланған эйәрсән киҫәктәр менән айырымланған хәл араһында оҡшашлыҡ һәм айырма.
Өндәш һүҙе, инеш һүҙе, инеш һөйләме һәм ымлыҡтары булған һөйләмдәр - 4 сәғәт:
Өндәш һүҙҙәр. Өндәш һүҙҙәрҙең мәғәнәүи үҙенсәлектәре, уларҙың һөйләмдәге урыны. Өндәш һүҙҙәр янында тыныш билдәләре. Инеш һүҙле, инеш һөйләмле һөйләмдәр.
Ымлыҡтар. Улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Тура һәм ситләтелгән телмәр - 4 сәғәт:
Тура телмәр. Тура телмәр эсендә автор һүҙҙәре. Тура телмәрле һөйләмдәр эргәһендә тыныш билдәләре. Ситләтелгән телмәр, уның тура телмәрҙән айырмаһы. Цитата. Уның янында тыныш билдәләре. Диалог.
5 - 7 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 4 сәғәт.
8 - се класс (68 сәғәт, аҙнаға 2 сәғәт)
Синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау - 4 сәғәт.
Теҙмә ҡушма һөйләмдәр – 8 сәғәт:
Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, уларҙа тыныш билдәләре. Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә, уларҙа тыныш билдәләре
Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу , уларҙы һөйләү һәм яҙма телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен үҫтереү.
Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр - 16 сәғәт:
Баш һәм эйәрсән һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙең баш һөйләмгә бәйләнеп килеү ысулдары; 1) теркәүестәр 2) бәйләүестәр 3) килеш ялғауҙары 4) интонация 5) мөнәсәбәт һүҙҙәр
Эйәрсән һөйләмдәрҙең төрҙәре. Улар эргәһендә тыныш билдәләре. Эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы эйәрсән һөйләмдәр. Хәл һөйләмдәр – ваҡыт, урын, рәүеш, күләм - дәрәжә, маҡсат, сәбәп, шарт һәм кире эйәрсән һөйләмдәр.
Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр –8 сәғәт:
Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.
Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр тураһында дөйөм төшөнсә. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. Теҙем тураһында дөйөм төшөнсә. Уларҙың стилистик роле.
Тыныш билдәләренең ҡуйылышы - 5 сәғәт:
Үткәндәрҙе дөйөмләштереп ҡабатлау - 5 сәғәт.
9 - сы класс (68 сәғәт, аҙнаға 2 сәғәт)
Тел тураһында дөйөм төшөнсә – 9 сәғәт:
Йәмғиәт тормошонда телдең роле. Тел – үҫә барыусы ижтимағи күренеш. Башҡорт теле – башҡорт халҡының милли теле. Башҡорт әҙәби теле. Башҡа ҡәрҙәш төрки телдәр араһында башҡорт теленең урыны. Әҙәби тел һәм диалект тураһында дөйөм төшөнсә. Башҡорт теленең диалекттары. Башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеше. Ике теллелек.
Башҡорт әҙәби теленең стилдәре – 13 сәғәт:
Стилистика тураһында дөйөм төшөнсә. Әҙәби телдең стилдәре:йәнле һөйләү стиле, фәнни, рәсми (эш ҡағыҙҙары) , эпистоляр(хаттар), публицистик стилдәр,күркәм (художестволы) әҙәбиәт стиле. Уларҙың төп үҙенсәлектәре.
Һүрәтләү саралары –12 сәғәт:
Һүрәтләү саралары – күркәм әҙәбиәт стиле саралары. Эпитет, сағыштырыу, метафора, лексик һәм грамматик синонимдар
V-IX кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системаға һалыу.
Фонетика. Графика. Орфоэпия. Орфография. – 3 сәғәт:
Фонетиканың төп төшөнсәләре. Телмәр өндәренең яһалышы. Графика һәм алфавит. Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт яҙыуы тарихынан ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр. Һуҙынҡы өндәр. Тартынҡы өндәр. Тартынҡы өндәрҙең сиратлашыуы. Сингармонизм. Ассимиляция. Диссимиляция. Һүҙҙең баҫымы. Орфоэпия һәм орфография. Орфографияның принциптары.
Лексика – 5 сәғәт:
Лексиканың төп төшөнсәләре. Башҡорт теленең һүҙлек составы, уның үҫә барыуы һәм байыуы. Хәҙерге осорҙа башҡорт теле лексикаһының үҫеү юлдары. Башҡорт теле лексикаһының стилистик бүленеше. Төрлө ҡатлам лексик берәмектәрҙең ҡулланыу үҙенсәлнктәре. Башҡорт теленең фразеологияһының үҫеүе һәм байыуының сығанаҡтары. Телмәрҙә фразеологик берәмектәрҙе ҡулланыу. Аңлатмалы һүҙлек һәм уның төрҙәре.
Һүҙҙең төҙөлөшө һәм һүҙьяһалыш. Морфология. – 6 сәғәт:
Тамыр һүҙ һәм яһалма һүҙ. Һүҙ һәм форма яһаусы ялғауҙар. Һүҙ үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ҡайһы бер ялғауҙарҙың күп мәғәнәлеге, омоним ялғауҙар. Һүҙҙең яһалыу юлдары. Һүҙҙәрҙе составы, яһалышы һәм этимологик яҡтан анализлау.Этимологик, һүҙьяһалыш һүҙлектәре.Хәҙерге башҡорт телендә һүҙ төркөмдәре системаһы. Һүҙҙәрҙе һүҙ төркөмдәренә бүлеүҙең принциптары. Телмәрҙә үҙ аллы һәм ярҙамсы төркөмдәренең роле. Һүҙҙең грамматик мәғәнәһе. Һүҙ төркөмдәренең төп категориялары. Һан, эйәлек заты, хәбәрлек заты, килеш. Килештәрҙең мәғәнәләре. Башҡорт телендә ҡылымдарҙың төрҙәре. Һөйкәлеш, зат, заман категорияларының һөйләмдәрҙе төҙөүҙәге роле. Алмаштарҙың , рәүештәрҙең телмәрҙәге роле. Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәрҙең составы һәм урыны. Һүҙҙәрҙең бер һүҙ төркөмөнән икенсеһенә күсеүе.
Синтаксис һәм пунктуация – 20 сәғәт:
Синтаксистың төп берәмектәре. Хәҙерге башҡорт теленең һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр системаһы. Синтаксиста теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре, ысулдары. Синтаксик сараларҙың синонимия һәм уларҙың стилистик биҙәктәре. Башҡорт телендә тыныш билдәләренең системаһы һәм уны ҡабатлау.
III. ТЕМАТИК ПЛАНЛАШТЫРЫУ
Бүлек/тема Кластар (сәғ.)
5 кл. 6 кл. 7 кл. 8 кл. 9 кл.
Телмәр һәм аралашыу телмәре 1 1 1
Телмәр эшмәкәрлеге 1 4
Текст 3 2
Телдең функциональ төрлөлөгө 12
Тел тураһында дөйөм белешмә 1 1 1 1 3
Фонетика һәм орфоэпия 21 1 1
Графика 4 2 Морфемика һәм һүҙьяһалыш 6 Лексикология һәм фразеология 6 7 1 11
Морфология 16 58 1 7
Синтаксис 13 0 58 51 26
Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация 4 2 2 13 Тел һәм мәҙәниәт 2 2 1
Бөтәһе 68 68 68 68 68

1 . “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
Төп урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:
шәхестең рухи - әхлаҡи сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;
танып белеү коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр,энциклопедиялар, Интернет – ресурс.).
Төп урта мәктәптә “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
* проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп – эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;
эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;
төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.
Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
танып белеү сфераһында:
башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;
художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт,әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;
әҙәби әҫәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;
әҫәрҙең сюжетын, композицияһын,тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫрҙең идея – художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау(филологик анализ элементтары);
әҙәби әҫәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;
ҡиммәт – ориентация сфераһында:
башҡот әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи - әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи - әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;
башҡорт әҙәбиәте әҫәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;
өйрәнелгән әҙби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу(айырым осраҡтарҙа);
автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;
коммуникатив сферала:
төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;
проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;
тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;
өйрәнелгән әҫәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙәижади эштәр һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына реферат яҙыу;
эстетик сферала:
һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;
әҙәби әҫәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;
башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын,әҙәби әҫәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.
Уҡыу йылы аҙағына планлаштаралған һөҙөмтәләр
“Башҡорт әҙәбиәте” курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:
I. Шәхси сифаттар:
1. Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;
2. Этник һәм милли сағылышын таныу;
* үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
* мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;
* һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;
* атай - әсәйгә,тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;
3. Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;
4. Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;
5. Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау;
6. Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;
7. Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ - әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;
8. Өлкәндәр һәм тиңдәштәр менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;
9. Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙан хәүҫфһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.
II.Метапредмет һәләттәре:
Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив).
Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу;
Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү;
уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү; әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусы һәм художестволы әҫәр буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау,әҙерләнеү эше алып барырға, уның буйынса презентация эшләй белеү;
билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик – фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү;
Үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып компьютер грамоталылығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү;
Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен етекрә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү;
Сағыштырыу, анализ, синтез дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу,оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп – эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу;
Әңгәмәсеһенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү;
Объекттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.
III. Предмет һәләттәре:
Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау;
Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау;
Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү;
Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу;
Әҙәбиәтте милләт ара һәм халыҡ – ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау;
Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу: танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү;
Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙехәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән эш итә белеү;
Уҡыу компонентына,үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу, йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөнсәләр менән художестволы, фәнни – популяр һәм уҡыу текстарын үҙгәртеп ҡора белеү;
Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү,өҫтәлмә мәғлүмәт алыу өсөн мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу;
Һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү;
70 – 80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирә - яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл – ваҡиғаларҙы эҙмә - эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белеү;
Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:
өйрәнелгән авторҙың исемен һәм авторын белеү;
әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ – ара бәйләнешен) аңлау;
әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;
юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белеү;
портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;
ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;
өйрәнелгән әҫәрҙең эпизоттарын айырып күрһәтә белеү;
әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп - һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;
яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;
әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;
өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының ( экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея – художество урынын билдәләү;
телдең һүрәтләү сараларының(шул иҫәптәнметафораның) контекстағы идея – художество урынын билдәләү;
уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын характерлау;
авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын сағыштырыу;
эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план төҙөү;
үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү)яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;
һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) характеристика бирә белеү;
өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;
художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);
эпик, лирик, лиро – эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

IV. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:
уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра,уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;
теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү;
мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына,телмәр этикетына эйә булыу,үҙ фекерен яҡлағанда, уй – тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә -эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй – тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һм уртаҡ фекергә килә белеү;
билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик – фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәр ҙә ҡулланыу.

2.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе :
5-се класс
(Бөтәһе - 102 сәғәт, аҙнаға 3 сәғәт)
М.Ғафури “Нурлы мәктәп”.
Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.
Р.Ниғмәти “Хәйерле юл һеҙгә”.
Шиғырҙарҙа тыуған илде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Мәктәп, белем алыуҙың мөһимлеге тураһында әңгәмә.
Р.Байбулатов “Ағас һәйкәл” хикәйәһенең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.
Н.Нәжми “Беренсе дәрес”.
Шиғырҙы тасуири уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.
Л.Яҡшыбаева “Бәхетең үҙең менән”. хикәйәһенә анализ.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә нигеҙендә бәхет һүҙенә аңлатма биреү
А.Карнай “Урманда” әҫәре
«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.
Ғ.Рамазанов “Ураҡ өҫтө” шиғыры. Сағыштырыу тураһында.
Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Ф.Аҡбулатова “Атай икмәге” хикәйәһенең йөкмәткеһе
Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.
«Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.
Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау. Х.Тапаҡов “Бибинур “улуәсәй”. хикәйәһе.
Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел.
Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.
Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә
К.Кинйәбулатова “Әсә күңеле” ,Х.Назар “Таҡта сәй”.
Ғ.Вәлиев “Әсәйем фатихаһы”.
Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү,.
Я.Юмаев. “Шәкерт” шиғыры.
Н.Нәжми, Г.Юнысова ижадтары. Р.Назаров. “Яҙ башы”. Эпитет тураһында.
Ш.Бикҡол “Яҙғы уйҙар”.
Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.
Д.Бүләков “Эҫе ҡар”.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әҫәр геройҙарының эштәрен барлау.
М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.
Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.
М.Гәрәев – 2 тапҡыр Советтар Союзы Геройы
Т.Ғиниәтуллин “Миҙал”. Әҫәрҙең йөкмәткеһенә анализ. Шиғри телмәр һәм проза.
Еңеү көнөнә арналған әҫәрҙе уҡыу.Әҫәрҙәге был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.
Р.Ғарипов. “Һабантурғай”.
А.Карнай “Турғай”. Хикәйә буйынса ижади эш.
Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.
Т.Йосопов. “Ерән ҡашҡа”.
С Ағиш “Турыҡай”әҫәре
Шиғырҙа аттың тасуирланыуына ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.
Уҡыу программаһының йөкмәткеһе
6-сы класс
(Бөтәһе-68 сәғәт, аҙнаға-2 сәғәт)
Ваҡыт бүленеше:
Әҫәрҙең тексын өйрәнеү- 55 сәғәт.
Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү – 8 сәғәт.
Синыфтан тыш өйрәнелгән әҫәрҙәр буйынса әңгәмә - 5 сәғәт.
Ш.Биҡҡолов. “Яңырыу”. Р.Мифтахов. “Башла”, “Һүҙ”. Ғ Хөсәйенов. “Парсалар” (туған тел тураһында). З.Биишева. “Башҡорт теле” (4 сәғәт).
Әҫәрҙәрҙә яҡтылыҡты, яңылыҡты данлау йәмғиәтте яңыртыу, үҙгәртеп ҡороуға саҡырыу. Кешелек тормошонда һүҙҙең әһәмиәтен, туған телдең матурлығын, нәфислеген, яғымлылығын данлау.
Р.Бикбаев. “Уралыма”, “Салауат ҡылысы”. Ә.Атнабаев. “Салауат менән һөйләшеү”. С.Шәрипов. “Яҙмыш менән алыш”. М.Ғәли “Ҡайт, Салауат!” (4 сәғәт).
Шиғырҙарҙа халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәшен, Салауат исеменең үлемһеҙлеген, халыҡ тарихы көрәшендәге ролен күрһәтеү.
Халыҡ ижады буйынса 5 класта үтелгәндәрҙе (әкиәттәр, йырҙар, мәҡәлдәр, йомаҡтар) ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Халыҡ ижады жанрҙары тураһында төшөнсә.
“Аҡъял батыр”, “Урал батыр”, “Ҡариҙел” әкиәттәре (4 сәғәт).
“Аҡъял батыр”, “Урал батыр” әкиәттәренең йөкмәткеһе. Халыҡтың ауыр тормошон кәүҙәләндереү. Урал батыр менән Аҡъял батыр образдарында халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡҡа хеҙмәт итеү идеяһының сағылышы. Әкиәттәрҙең художество үҙенсәлектәре (эпитет, гипербола, ҡабатлауҙар), теленең байлығы, образлылығы.
“Ҡариҙел” әкиәтенең йөкмәткеһе, жанр үҙенсәлектәре өҫтөндә күҙәтеүҙәр.
Әҙәбиәт теорияһы. Әкиәт тураһында төшөнсәне ҡабатлау. Гипербола тураһында төшөнсә.
Бәйеттәр (1 сәғәт).
Халыҡ ижадының бер төрө булыу яғынан бәйет. Бәйеттәрҙең тарихи ерлеге. Уларҙың тематиҡаһы (һуғыш, тормош-көнкүреш бәйеттәре), төрлө осорҙарҙың сағылышы.
Бәйеттәрҙең үҙенсәлектәре: сюжетлы булыуы, йырҙар менөн оҡшашлығы, традицион алым менән башланыу һәм тамамланыуы.
“Герман һуғышы бәйеттәре”. Беренсе Бөтә донъя һуғышы картиналарын кәүҙәләндереү. Империалистик һуғыштың халыҡ мәнфәғәттәренән алыҫ булыуын, һалдаттар араһында революцион фекер тарала барыуын, уларҙың азатлыҡҡа, тыныс тормошҡа ынтылыуын күрһәтеү.
Әҙәбиәт теорияһы. Архаизм һәм диалектизм, варваризм тураһында төшөнсә.
“Дон далаларында”, “Мәскәүҙән киттек, Берлинға еттек” бәйеттәре. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауыр һалдат юлын бәйән итеү. Бәйеттәрҙең яңы йөкмәткеле, яңы идея йүнәлешле һәм оптимистик характерҙа булыуы.
Әҙәбиәт теориһы. Бәйет тураһында төшөнсә.
Көләмәстәр. Таҡмаҡтар (1 сәғәт).
“Егеттәр” таҡмағында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алып барылған Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт егеттәренең батырлыҡтарын, еңеүгә булған ышанысын һәм рух күтәренкелеген күрһәтеү. Көләмәстәрҙә халыҡҡа хас үткер аҡыллылыҡтың сағылышы. Уларҙың әһәмиәте.
Әҙәбиәт теорияһы. Таҡмаҡтар, көләмәстәр тураһында төшөнсә.
Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ (2 сәғәт)
Ҡол Ғәли. Йософтоң матурлығы (“Йософ ҡиссаһы”нан өҙөк). Табын ҡәбиләһенең Ҡара Табын ырыуы шәжәрәһе. Шәжәрә тураһында.
Я.Хамматов. “Бөртөкләп йыйыла алтын”, (“Ғәйзулла” бүлеге) (4 сәғәт).
Әҫәрҙә сағылдырылған осор, идея-тематик йөкмәткеһе, төп образдары, тел-стиль үҙенсәлектәре өҫтөндә күҙәтеү.
Әҙәбиәт теорияһы: хикәйәләү тураһында төшөнсә.
Ш.Бабич. “Башҡортостан”, “Тупраҡ”. Ф.Туғыҙбаева. “Эй, яҙмышым минең”. Р.Назаров. “Башҡорт”, “Бәхет”, “Офоҡтағы ҡояш” (4 сәғәт).
Р.Ғарипов. “Һағыш”, “Ялан сәскәләре” (2 сәғәт).
Шиғырҙарҙа тыуған ерҙе һағыныу, уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы. Шиғыр теле өҫтөндә күҙәтеүҙәр.
Р.Солтангәрәев. “Осто бөркөт” (3 сөғөт).
Әҫәрҙә граждандар һуғышы осоронда хәрби етәксе-комбриг Муса Мортазиндың батырлыҡтарын, ил алдындағы хәрби данын, фажиғәле һәләкәтен тасуирлау. Шул осорға хас хаталарҙы, уларҙың сәбәптәрен аңлатыу.
С.Агиш. “Ҡунаҡ һәм намыҫ” хикәйәһе (1 сәғәт). Әҫәрҙә халыҡ характерына хас күңел күркәмлеген, кешеләр араһындағы матур ғәҙәттәрҙе тасуирлау.
М.Харис. “Хат”, “Онотмаһын мине тыуған ил” (1 сәғәт).
Шиғырҙарҙа Ватан һуғышы яугирҙарына хас батырлыҡ, тыуған илгә бирелгәнлек сифаттарын кәүҙәләндереү.
Ә.Вахитов. “Ир ҡанаты” (2 сәғәт).
Хикәйәлә сағылдырылған осор. Мөхәмәтулла бабай образында халыҡ характерына хас күркәм сифаттарҙың сағылышы. Ғәҙеллек, шәфҡәтлелекте хуплау идеяһы.
Әҙәбиәт теорияһы: характеристика тураһында төшөнсә.
Ҡ.Аралбай. “Көмөш медалдар” (1 сәғәт).
Әсә образы аша хеҙмәттең бөйөклөгөн, фиҙакәрлекте, рухи ныҡлыҡты данлау.
Р.Хисаметдинова. “Эй, баласаҡ”. Ф.Чанышева. “Мәрхәмәтле ерҙә табаным”, “Икмәк еҫе”. Г.Юнысова. “Әсәй һыйыр һауа” (2 сәғәт).
Ата, әсә, бала араһындағы яғымлы, йылы мөнәсәбәтте сағылдырыу. Ололор биргән һабаҡтың балаларҙың рухи үҫешендәге әһәмиәтен сағылдырыу. Кеше хеҙмәтен юғары баһалау, икмәкте ҙурлау, уға хөрмәт тәрбиәләү.
Әҙәбиәт теорияһы: сағыштырыу, эпитет тураһындағы төшөнсәне ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.
А.Игебаев. “Яҙ башында”. Н.Нәжми. “Яҡты яҙ”. Г.Юнысова. “Умырзая” (2 сәғәт).
Яҙҙың билдәләрен, шатлыҡлы хистәрен уятыуын, матурлығын тасуирлау.
Р.Насыров. “Ҡайҙа һин, А.Матросов?” Әҫәрҙән өҙөк (3 сәғәт).
А.Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәнов хаҡында яңы мәғлүмәттәр. Уның тормошо менән бәйле ваҡиғалар, характер үҙенсәлектәре. Исеменең үлемһеҙлек яулауы.
З.Биишева. “Дуҫ булайыҡ” (әҫәрҙән өҙөк) (3 сәғәт).
Әҫәрҙә балалар тормошон, уларҙың дуҫлыҡҡа, хеҙмәткә мөнәсәбәттәрен сағылдырыу. Юлдаш, Ҡыҙырас образдары.
Х.Назар. “Тауҙар”, “Бөрйәндә” (2 сәғәт).
Шиғырҙарҙа тәбиғәттең көс-ҡеүәтен, бөйөклөгөн данлау, уны халыҡтың көсө, ҡеүәте, күңел күркәмлеге менән сағыштырыу.
Шиғырҙарҙың образлы тел сараларын асыу, һүрәтләү саралары өҫтөндә күҙәтеүҙәр.
Ә.Хәким. “Ҡарт һалдат, йәш һалдат” (2 сәғәт).
Ҡарт һалдат һәм йәш һалдат образдары. Уларҙың һуғышҡа мөнәсәбәте араһындағы айырма нимәлә? Образдар, уларҙың айырым, оҡшаш яҡтарын асыу.
Т.Йосопов. “Күңел тула” (1 сәғәт).
Шиғырҙа халыҡ тарихы, халыҡ тормошо тураһында уйланыуҙар, халыҡҡа тыныс, бәхетле тормош теләү.
Ғ.Туҡай. “Йәй көнөндә”, “Йәйге таң хәтирәһе” (2 сәғәт) шиғырҙарында һүрәтләнгән тәбиғәт картиналарын күрһәтеү.
Шиғырҙағы образлы һүрәтләү саралары, күҙәтеүҙәр.
М.Кәрим. “Ләйсән”. Р.Ниғмәти. “Йәйге ямғыр” (2 сәғәт).
Шиғырҙарҙа тыуған тәбиғәт күренештәрен тасуирлау. “Ләйсән” шиғырының тыныслыҡты символлаштырыуҙағы мәғәнәһен асыу. Шиғырҙағы образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе ҡулланып тәбиғәт күренештәрен тасуирлау күнекмәләрен үҫтереү.
Әҙәбиәт теорияһы: антоним тураһында төшөнсә.
Предмет-ара бәйләнештәр. Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында тарихи мәғлүмәт биреү.
Сәнғәт. Ф.Ерғәлиев. “Салауат йорто”; Д.Ишемғолов. “Иртә. Төш. Кис”.
Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау (2 сәғәт).
Ятлау өсөн әҫәрҙәр:
Ш.Бикҡолов.”Яңырыу”.
Р.Мифтахов.”Һүҙ”.
З.Биишева.”Башҡорт теле”.
Ғ.Хөсәйенов.”Парсалар”(туған тел тураһында).
Р.Бикбаев.”Уралым”,”Салауат ҡылысы”.
Әкиәттәр, таҡмаҡтар (уҡытыусы һайлауы буйынса).
Ш.Бабич. “Башҡортостан”, “Тупраҡ”.
Ф.Туғыҙбаева.”Эй яҙмышым минең”.
Р.Ниғмәтуллин.”Йәйге ямғыр”.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
7-се класс
(Бөтәһе – 68 сәғәт, аҙнаға- 2 сәғәт)
Ваҡыт бүленеше:
Әҫәрҙең тексын өйрәнеү – 55 сәғәт.
Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү – 8 сәғәт.
Кластан тыш уҡылған әҫәрҙәр буйынса әңгәмә - 5 сәғәт.
М. Ямалетдинов. «Көрәш, кеше!»
Р. Дәүләди. «Ҡоролтайга барам». (2 сәгәт).
Шиғырҙарҙа йәмғиәтте яңыртып ҡороу, торғонлоҡтан ҡотолоу өсөн көрәшкә саҡырыу идеяһы. Ҡоролтайҙа халҡыбыҙҙың аҙатлыҡ, яҡтылыҡ көрәше традицияларына таяныу, халыҡты берләштереү, йәмғиәтте яңылыҡ, шәфҡәтлелек, гуманлыҡ өсөн яңы көрәшкә өндәү.
И. Бураҡаев. «Башҡорт көсө» (2 сәгәт).
Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Башҡорт гәскәрҙәренең Сыңғыҙхан ғәскәре менән көрәшә. Дошман ҡулына эләккән башҡорт яугирҙарыньң рухи ныҡлығын, ғәҙеллеккә, туғанлыҡҡа, берҙәмлеккә тоғролоғон тасуирлау. Образдарға характеристика.
Ғ. Хөсәйенов. «Ете ырыу», «Алдар батыр ҡиссаһы» әсәрҙәре (5 сәғәт).
Яҙыусының биографияһы әҫәрҙәрҙә тарихҡа аңлатма биреү, халыҡтың тормош-көнкүрешен, социаль һәм милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәшен һүрәтләү. Аҡһаҡалдар, ил батырҙары, Алдар батыр образын һүрәтләү. Кире образдар.
Б. Рафиҡов. «Эйәрләнгән ат» (тарихи фараз) (4 сәғәт).
Әҫәрҙә сағылдырылған осор. Тарихи фараздың жанр үҙенсәлектәре.Рогервик крепосы тотҡондары Салауат, Юлай Аҙналиндың тормош—көнкүрешен һәм Башҡорт иле — Ҡаратауҙа йәшәгән урман ҡарауылсыһы Аҡмал, ул тәрбиәләп үҫтергән Етембайҙың фажигәле яҙмыштарын һәм һәләкәтен тасуирлау. Образдарға характеристика.
Я. Хамматов. «Төньяҡ амурҙары» романынан өзөк (4 сәғәт).
Яҙыусының биографияһы. Романда башҡорт халҡыныц XIX быуат башындағы тормошон һүрәтләү. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт гәскәрҙәренең күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырыу. Башҡорт яугирҙарыньң Кутузов менән, немец яҙыусыһы Гете менән осрашыуы. Ҡаһым түрә, Буранбай менән осрашыуҙары.
Башҡорт халыҡ ижады. Халыҡ ижады буйынса 4 – 5-се синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау (әкиәт, мәҡәл, йомаҡ, бәйет, таҡмаҡ һәм йырҙар) (1сәғәт).
Йырҙар. Риүәйәттәр (4 сәғәт)
Фольклор әҫәренең бер төрө булыу яғынан йыр. Көйҙәрҙең характерына ҡарап, башҡорт халыҡ йырҙарының икегә бүленеүе. Оҙон йырҙар һәм ҡыҫҡа йырҙар. Темаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙьң бер нисә төркөмгә бүленеүе.
Тарихи ваҡиғалар, хәрби поход, һуғыш тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Урал», «Эскадрон», «Йәйләүлек», «Азамат», «Салауат телмәре», «Салауат», «Икенсе әрме» риүәйәте, «Любизар», «Әхмәт Байыҡ», «Ҡаһым түрә».
Баструкка йәки һөргөнгә ебәрелгән кешеләр тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Буранбай» риүәйәте, «Буранбай» йыры, «Бейеш» риүәйәте, «Бейеш» йыры.
Түрәләр тураһындағы йырҙар. Власть кешеләренән зарланыу, уларға нәфрәт белдереү йырҙары: «Ҡолой кантон», «Абдулла ахун», «Тәфтиләү».
Ҡатын-кыҙ яҙмышы, тәбиғәт тураһындағы йырҙар һәм риүәйәттәр: «Зөлхизә», «Ғилмияза», «Таштуғай» риүәйәте.
Башҡорт ҡатын-кыҙының хоҡуҡһыҙ хәлен, фажиғәле яҙмышын, иҫке ырыу йолаларын күрһәтеү. Легендала кәүҙәләнгән образдар. Легенданың художество көсө, поэтик үҙенсәлектәре, теле.
«'Курай» йыры.
Әҙәбиәт теорияһы. Риүәйәт һәм легендалар тураһында төшөнсә.
Әҙәбиәт теорияһы. Йыр тураһында төшөнсә.
Ғ. Хөсәйенов. «Ҡурай» (үҙаллы уҡыу өсөн).
Композитор Хөсәйен Әхмәтов (үҙаллы уҡыу өсөн).
Сеңләүҙәр (2 сәғәт)
Сеңләүҙәрҙең туй йолаһы менән бәйләнгән булыуы, уларҙа элекке башҡорт ҡатын-ҡызының ауыр яҙмышы, хоҡуҡһыҙ хәле һәм ризаһыҙлығы сағылышы. Ижтимағи шарттар үҙгәреү менән бергә сеңлэү жанрының да бөтөүе. Үткән тормоштоң ҡомартҡыһы булыу яғынан сеңләүзәрзең әһәмиәте.
«Ерәнсә сәсән» әкиәте (2 сәғәт). Әкиәттең йөкмәткеһе, Ерәнсә сәсән образы.
С. Юлаев. «Тыуған илем», «Уралым», «Егеткә» (2 сәғәт) .
Салауат Юлаевтың биографияһы. Салауаттың, 1773-1775 йылдарҙағы Крәстиәндәр һуғышында башҡорт халҡының, батыр юлбашсыһы, Пугачевтың, яҡын ярҙамсыһы булыуы. Башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы дуҫлыҡты нығытыуҙа Салауаттың тотҡан урыны.
Салауат — шағир-импровизатор. «Тыуған илем», «Уралым» шиғырҙарында Тыуған ил матурлығын данлау, Тыуған илгә мөхәббәт хисенең сағылышы.
Әҙәбиәт теорияһы. Импровизация һэм импровизатор тураһында төшөнсә. Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын (сағыштырыуҙар, эпитеттар) ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.
«Йәнтүрә» хикәйәһе (1 сәғәт).
Хикәйәнең В. Зефиров тарафынан яҙып алыныуы. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт ҡатын-ҡызынын, ҡатнашыуын күрһәтеү. Йәнтүрә, Аҫылбикә образдары. Уларҙың кыйыулыҡ, батырлыҡ, һуғышта үҙ-үҙеңде аямау сифаттары.
Предмет-ара бәйләнештәр. Тарих. Е. Пугачев, Салауат Юлаев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғышы. 1812 йылғы Ватан һуғышы, был һугышта башҡорт атлыларының батырлытҡтары хаҡында әңгәмә.
Сәнғәт. «Салауат Юлаев» кинокартинаһы хаҡында әңгәмә; А. Кузнецовтың «Салауаттан яуап алыу» картинаһы.
М. Аҡмулла. «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк», «Дуҫлыҡ», «Нәфсе», «Аттың ниһен мактайһың?» «Өлгөр һүҙ» (3 сәғәт) .
Аҡмулланың биографияһы. Шиғырҙарҙа сағылдырылған осор, мораль-этик проблемалар.
М. Ғафури. «Үҙем һәм халҡым», «Мин кайҙа?», «Гөлдәр баксаһында» (2 сәғәт).
Яҙыусының ҡыҫкаса биографияһы. Шигырҙарҙа хеҙмәткә дан йырлау, хеҙмәт кешеләренең генә маҡтауға лайыҡлы булыуын күрһәтеү. Шигырҙарҙың тәрбиәүи әһәмиәте.
Әҙәбиәт теорияһы. Шиғыр төзөлөшө тураһындағы төшөнсәне (строфа ритм, рифма) ҡабатлау, тәрәнәйтеү. Лирик һәм эпик әсәрҙәр тураһында төшөнсә.
Ш. Бабич. «Салауат батыр», «Зәки - Башҡортоҫтан терәге», «Ҡурайҡайға» шиғырҙары (3 сәғәт).
Шәйехзада Бабичтың биографияһы. «Салауат батыр» шиғырында батырға хас сифаттарҙы данлау, ул ҡалдырған аманатҡа торғолоҡ идеяһын сағылдырыу.,
«Ҡурайҡайға» шиғырында ҡурай образы аша башҡорт халҡының тормош-көнкүрешен, данлы тарихын, тәбиғәтен, моң-зарын тасуирлау.
Д. Юлтый. «Тимеркәй фәлсәфәһе» (3 сәғәт).
Д. Юлтыйзың ҡыҫҡаса биографияһы.V синыфта үтелгән «Бәләкәй Ҡотош» хикәйәһен кабатлау. «Тимеркәй фәлсәфәһе» хикәйәһенең йөкмәткеһе. Әҫәрҙә ябай кешенец фажиғәле яҙмышын, эске донъяһын, уй-кисерештәрен сағылдырыу. Тимеркәй образы. Уның донъя тураһындағы уй-тойғоларын, һуғышҡа ҡаршы протесының үҫә барыуын кәүҙәләндереү. Сәми образы. Ауыл байы Ҡотлояр образында кешелекһеҙлек һыҙаттарын күрһәтеү.
Рәссам Ҡасим Дәуләткилдиев (үзаллы укыу өсөн).
Әҙәбиәт теорияһы. Лирик һәм эпик әҫәр тураһында төшөнсәне ҡабатлау.
Һ. Дәүләтшина. «Айбикә» (3 сәғәт).
Яҙыусының биографияһы. «Айбикә» хикәйәһендә ауылдарҙы сопиалистик нигеҙҙә үҙгәртеп ҡороу өсөн алып барылған көрәш, был көрәштә әүҙем ҡатнашыусы ҡатын-ҡыз образын һүрәтләү. Хикәйә теленең байлығы. Образдарға характеристика.
Әҙәбиәт теорияһы. Әҙәби әҫәрҙәрҙә образ, персонаждарҙың характерын асыу саралары тураһында төшөнсә (герой тураһында автор ҡылыҡһырламаһы һәм геройҙарҙың эше, телмәре менән үҙ-үҙен ҡылыҡһырлауы).
Портрет тураһында төшөнсә. Повесть тураһында төшөнсә. Юмор һәм сатира.
Р. Ниғмәти. «Йәмле Агиҙел буйҙары» (2 сәғәт) .Шағирҙың биографияһы.
«Йәмле Ағиҙел буйҙары» поэмаһы. Ағиҙел образында башҡорт халҡының данлы тарихи үткәндәрен, ауыр яҙмышын, үз азатлыгы өсөн быуаттар буйы көрәшеүе һәм бәхетле тормошҡа сығыуына ышанысын тасуирлау. Поэманың художестволы үҙенсәлектәре. Халыҡ ижады традициялары.
Әзәбиәт теорияһы. Поэма тураһындары төшөнсәне ҡабатлау. Лиро-эпик поэмаларзың үҙенсәлектәрен күрһәтеү .
Сәнғәт. А. Лежнев. «Салауат отрядының Пугачев менән осрашыуы»; Р. Мостафин. М. Ғафури «Ағиҙел ярында»; С. Фадеев. «Йәмле Ағиҙел буйҙары»; 'К. Дәүләткилдиев. «Зәңгәр күлдәкле ҡыҙ»; И. Убрядов. «В. И. Чапаев дивизияһы Ағиҙел аша сыға»; А. Лопухов. «Петроградҡа»; Р. Нурмөхәмәтов. «А. П. Чехов Башҡортоҫтанда»; Б. Ежов. «Тыуған Урал өсөн»; Э. Лотфуллин. «Ауылда байрам. 30-сы йылдар»; В. П. Пустарнаков. «Ағиҙел буйҙары»; Р. Ишбулатов. «Ғ. Сәләм портреты».
Рәссам Әхмәт Лотфуллин (үҙаллы уҡыу өсөн).
М. Кәрим. «Айгөл иле» драмаһы (4 сәғәт) .Яҙыусы тураһында биографик белешмә. «Айгөл иле» драмаһының йөкмәткеһе, темаһы, идеяһы. Драмалағы Айгөл, Ричард Галин, Йәғәфәр образдарында халыҡҡа хас гүзәл сифаттарҙың сағылышы. Драманың художестволы үҙенсәлектәре.
Әзәбиәт теорияһы. Драма тураһында төшөнсә. Сюжет һәм уның элементтары тураһында.
Р. Өмөтбаев. «Атлы башҡорт» (4 сәғәт).
Әҫәрҙә Ватан һуғышы осорондағы һуғыш ваҡиғаларын, батыр яуғирҙар һәм ат образын тасуирлау.
Ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов (үҙаллы уҡыу өсөн).
Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау (3 сәғәт).
Ятлау өсөн әҫәрҙәр:
Башҡорт халыҡ йырҙары: “ Урал”, “Салауат”, “Азамат”, “ Илсе Ғайса”, “ Ҡолой кантон”.
С.Юлаев. “ Тыуған илем”, “Уралым”.
М.Ғафури. “Мин ҡайҙа?”, “ Үҙем һәм халҡым”, “ Гөлдәр баҡсаһында”.
Аҡмулла. “Аттыың ниһен маҡтайһың?”
Һ.Дәүләтшина. “Айбикә” хикәйәһенән өҙөк.
М.Кәрим. “ Айгөл иле” драмаһынан өҙөк ( уҡытыусы һайлауы буйынса).
Р.Ниғмәти. “ Йәмле Ағиҙел буйҙары” поэмаһынан өҙөк.
Р.Өмөтбаев. “ Атлы башҡорт “ әҫәренән өҙөк.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.
8-се класс
(Бөтәһе – 68 сәғәт, аҙнаға- 2 сәғәт)
Ваҡыт бүленеше:
Әҫәрҙең тексын өйрәнеү- 55 сәғәт.
Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү – 8 сәғәт.
Синыфтан тыш өйрәнелгән әҫәрҙәр буйынса әңгәмә - 5 сәғәт.
Ә. Моратов. «Башҡортлоҡ». Р. Бикбаев. «Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!» шиғырҙары (2 сәғәт).
Шиғырҙарҙа халыҡ характерына хас ыңғай сифаттарҙы сағылдырыу, халыҡты йәмғиәтте яңыртыуға, демократик нигеҙҙә.үҙгәртеп ҡороуға, был көрәштә берҙәмлеккә саҡырыу идеяһы.
Ҡобайырҙар (4 сәғәт).
Башҡорт халыҡ поэзияһының эпик жанры — ҡобайыр. Унда халыҡтың фантазияһы, тапҡыр аҡылы һәм тормош тураһында фәлсәфәһе сағылышы. Уның сәсәндәр тарафынан ижад ителеүе. Ҡобайырҙарҙа, нигеҙҙә, ХVI-ХVIII быуаттарҙағы ваҡиғаларҙың сағылышы. Халыҡты хандарға, бейҙәргә ҡаршы көрәшкә өндәү идеяһы. «Ай, Уралым, Уралым», «Салауат батыр» ҡобайырҙарында тыуған ерҙе һәм уның азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙы данлау. «Бейек тауҙың үлгәне», «Ил тигәндең кеме юҡ», «Бер тигәс тә ни яман» ҡобайырында халыҡтың йәш быуынды тәрбиәләү тураһындағы ҡараштарының сағылышы.
Ҡобайырҙың поэтик үҙенсәлектәре. «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше»ндә башҡорт феодаль йәмғиәтендәге синыфтар бүленеше һәм синфи көрәштең сағылышы.
Әҙәбиәт теорияһы. Ҡобайыр тураһында төшөнсә. Жанр үҙенсәлеге, Шиғыр төҙөлөшө. Әйтеш тураһында.
Шафиҡ Әминев-Тамъяни. «Урал», «Башҡорт бабаларының тарихы» (I сәғәт).Сәсәндең биографияһы.
«Урал», «Башҡорт бабаларының тарихы» шиғырҙарында үҙе йәшәгән ер - Һыуҙы, Тыуған илен һаҡлаған ир-егеттәрҙе данлау, Урал буйының матур тәбиғәтен тасуирлау.
Мөхәммәт пәйғәмбәр. «Ҡөрьән китабы» (1 сәғәт).
Хәҙистәр тураһында.
Р, Бикбаев. «Хәҙистәр». М. Ямалетдинов. «Ҡөрьән сүрәләре» (2 сәғәт).
Р, Ибраһимов. «Кинйә» (романдан өҙөк, 4 сәғәт). Романда сағылдырылған осор, социаль-тарихи шарттар, халыҡ тормошо һәм көрәшенең сағылышы.
Б. Бикбай. «Ер», «Ҡаһым түрә» (4 сәғәт).
Яҙыусының ҡыҫҡаса биографияһы. «Ер» поэмаһында халыҡтың үҙ азатлығы өсөн быуаттар буйы алып барған көрәшен һәм азатлыҡ яулауын Һүрәтләү. Халыҡ һәм тыуған ер образдарының кәүҙәләнеше. Лирик герой образы. Поэманың художество үҙенсәлектәре.
Әҙәбиәт теорияһы. Художестволы әҫәрҙең композицияһы тураһында “Ҡаһым түрә” драмаһында башҡорт халҡының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуын кәүҙәләндереү. Драманың идея йөкмәткеһе. Рус халҡы менән башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡты сағылдырыу. Халыҡ образы. Реакцион офицерҙар образдары. Әҫәрҙәге төп конфликт. Драманың композиция үҙенсәлектәре.
Әҙәбиәт теорияһы. Драма тураһындағы төшөнсәне ҡабатлау,тәрәнәйтеү.
Предмет-ара бәйләнештәр. 1812 йылғы Ватан һуғышы. Унда башҡорт ғәскәрҙәренең батырлыҡтары хаҡында тарихи мәғлүмәттәр биреү. Сәнғәт. «Башҡорттар Гамбургта», «Башҡорттар Дрезденда» гравюраларының репродукциялары.
Артист Арыҫлан Мөбәрәков (үҙаллы уҡыу өсөн).
Әҙәбиәт теорияһы. Хәтирә жанры тураһында.
Ғ. Сәләм. «Шоңҡар» (3 сәғәт).
Ғ. Сәләмдең биографияһы.
«Шоңҡар» поэмаһының темаһы, идея йөкмәткеһе. Әҫәрҙә кешенең яңынан тыуыу темаһы. Төп образдар (Әхмәт, Гөлнур, шағир, архитектор, капитан, Миньян образдары). Композиция үҙенсәлектәре, теленең образлылығы, байлығы.
Әҙәбиәт теорияһы. Поэтик синтаксис (риторик һорау, риторик өндәү) тураһында төшөнсә.
3. Биишева «һәнәрсе менән өйрәнсек» (2 сәғәт). Яҙыусының биографияһы.
«һәнәрсе менән өйрәнсек» әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе, һәнәрсе менән өйрәнсек образдары, художестволы эшләнеше.
Әҙәбиәт теорияһы. Хикәйәт тураһындағы төшөнсәне нығытыу, тәрәнәйтеү.
Композитор Заһир Исмәғилев (үҙаллы уҡыу өсөн).
Заһир Исмәғилевтең фиҙәкәр хеҙмәтен, музыка сәнғәтен үҫтереүҙәге бөйөк ҡаҙаныштарын күрһәтеү.
М. Кәрим. «Үлмәҫбай» поэмаһы, «Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Йәшәйһе бар», «Айһылыуҙың күҙ йәштәре» «Ҡоролтайға ҡотлау» шиғырҙары (4 сәғәт).
Яҙыусының биографияһы.
«Үлмәҫбай» поэмаһы. Әҫәрҙә башҡорт яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтарын кәүҙәләндереү. Поэманың идея йөкмәткеһе. Халыҡ ижады алымдарын оҫта файҙаланыу. Юмор һәм сатираны һуғыш картиналарын һәм башҡорт яугирҙарындағы хәрби традицияларға тоғролоҡ, уларҙы яңы шарттарҙа үҫтереүҙе сағылдырыу өсөн оҫта . файҙаланыу . Поэманың оптимистик рухта булыуы, юмористик алымдарҙың әһәмиәте.
«Алыҫ юлға эйәрләйҙәр», «Йәшәйһе бар» шиғырҙарында ҙур хеҙмәт башҡарған, оло хеҙмәткә лайыҡ кешеләрҙе һүрәтләү, кеше ғүмере, йәшәү мәғәнәһе хаҡында уйланыуҙар.
«Айһылыуҙың күҙ йәштәре» шиғырында кешелеклелеккә, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.
Әҙәбиәт теорияһы. Лиро-эпик поэмаларының үҙенсәлектәре тураһында.
Н. Мусин. «Йыртҡыс тиреһе» романынан өҙөк (3 сәғәт).
Әҫәрҙә Һолтанбайҙың ауыр яҙмышы. Йәмғиәттә хөкөм һөргән шәхес культы осоро эҙемтәләрен, заманыбыҙҙың законһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек күренештәрен, фажиғәләрен тасуирлау. ,
Р. Ғарипов. «Урал йөрәге», «Аманат», «Уйҙарым», «Кеше ғүмере» (4 сәғәт).
Шағирҙың биографияһы. Заман һулышы менән һуғарылған «Һүҙем бар», «Урал йөрәге» шиғырында тыуған Башҡортостан, уның тарихын, бөгөнгөһөн һүрәтләү.
«Кеше ғүмере» шиғырҙарында кешенең оло йәнлелеген, кешелеклеле¬ген, рухи матурлығын сағылдырыу, гуманлыҡҡа саҡырыу. Ғ. Хөсәйенов, «Һуңғы тарпан» (2 сәғәт).
Хикәйәттә ҡырағай аттар — тарпандарҙың ҡырып бөтөрөлөүен күрһәтеү. Кейек — хайуандарға, аттарға рәхимле булырға, уларҙы һаҡларға өндәү. Әҙәбиәт теорияһы. Әйләнмә композицион сара.
Р. Бикбаев. «Башҡортостан бында башлана», «Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда», «Дауыл», «Барып етһен ине хаттарым», «Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта» (4 сәғәт).
Шиғырҙарҙа тыуған ергә мөхәббәт, уның именлеге, тәбиғәтте һаҡлау, халыҡ яҙмышы өсөн борсолоу, кешеләр араһындғы дуҫлыҡ, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт проблемалары.
Т. Ғиниәтуллин. «Мәтрүшкә еҫе», «Әсә һәм бала» әҫәрҙәре (4 сәғәт).
Әҫәрҙә ябай кешеләрҙең күңел күркәмлеген, эске донъяһын күрһәтеү. Хәбибулла образы.
«Әсә һәм бала» хикәйәһендә әсә менән бала араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһе, образдары.
Н. Нәжми. «Башҡортостан», «Аҡ шишмә» (2 сәғәт).
Тыуған Ер - әсәгә һөйөү тойғоһон сағылдырыу. Лирик герой образы.
Ҡ. Аралбаев. «Беҙ — кеше» (поэманан өҙөк, 2 сәғәт).
Ф. Туғыҙбаева. «Аҡмулла», «Ҡыңғырау» (2 сәғәт).Ә. Әминев. «Ҡытай-город» (2 сәғәт).
Әҫәрҙең йөкмәткеһе, төп образдары.
Р. Камал. «Таня-Таңһылыу». Әҫәрҙән өҙөк (2 сәғәт). Йөкмәткеһе, образдары, шәфҡәтлелеккә саҡырыу.
Х. Назар. «Башҡортостан — минең баш йортом», «Аҡҡа табыныу», Дауа» (2 сәғәт). Шиғырҙарҙа ил, телде башҡорт йырын данлау, изгелеккә, күңел сафлығына саҡырыу.
Поэмала бөгөнгө көндә бөтәбеҙҙе лә уйландырған, борсоған мәсьәләләр, кешелек хәтере:тәбиғәт бысраныуы,ер –һыу ағыуланыуы, ил. Ер яҙмышы хаҡындағы ҡараштарҙың сағылышы.
Китап хаҡында хикәйәт (1 сәғәт). Башҡорт китабы.
Предмет-ара бәйләнештәр. Башҡорт әҙәбиәтенең үҙ-ара бәйләнеш, дуслык нигеҙендә үҫеүе, Башҡорт әҙәбиәтендә мораль-этик проблемаларҙың ццм ителеше хаҡында әңгәмә. Ә. Лотфуллиндың «Оҙатыу», «Көтөү» картиналары.
I )Әҙәбиәт теорияһы буйынса алынған төшөнсәләрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу.
Матур әҙәбиәт тураһында төшөнсә. Тормошто художестволы образдарҙа һүрәтләү яғынан әҙәбиәт. Уның йәмғиәт тормошонда тотҡан әһәмиәте. Ауыҙ-тел ижады һәм матур әҙәбиәт.
Әҙәби әҫәрҙәрҙең темаһы һәм идеяһы.
Эпик, лирик һәм драматик әҫәрҙәр. Эпик әҫәрҙәрҙең төрҙәре (әкиәт, мәҫәл, хикәйә, повесть, роман, поэма һәм баллада).
Әҙәби әҫәрҙәрҙә хикәйәләү, тасуирлау, диалог алымдары. Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау (2 сәғәт).
Ятлау өсөн әҫәрҙәр:
«Ай, Уралым, Уралым», «Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең
әйтешкәне».
Б. Бикбай. «Ер» поэмаһынан өҙөк.
Ғ. Сәләм. «Шоңҡар» поэмаһынан өҙөк.
М. Кәрим. «Йәшәйһе бар».
Р. Назаров. «Йәшен», «Йөрәк», «Ғүмер».
3. Биишева, «һәнәрсе һәм өйрәнсек» әҫәренән өҙөк (уҡытыусы һай¬лауы буйынса).
Р. Ғарипов. «Урал йөрәге», «Аманат», «Уйҙарым».
Р. Бикбаев. «Башҡортостан бында башлана», «Берләшегеҙ, бөтә донъя башҡорттары!».
Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе
9-сы класс
(Бөтәһе -68 сәғәт,аҙнаға- 2 сәғәт)
Инеш(1с). Художестволы әҙәбиәт. Әҙәбиәттең ижтимағи һәм эстетик тәрбиә биреүҙәге роле.. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы.
Халыҡ ижады(10с) Халыҡ ижадының яҙма әҙәбиәттән айырмаһын. Жанҙар төрлөлөлөгөн айырыу. Йола поэзияһы. Уларҙың башҡорт халыҡ йолаһына бәйле төрҙәре. Халыҡ ижадынң сәсмә формалары. Башҡорт халыҡ ижады эпосы йәки ҡобайырҙар. Ҡобайырҙы төркөмдәргә бүлеп ҡара у. ”Урал батыр “ эпосы. Эпоста күтәрелгән проблемалар. Эпоста ғаилә проблемаһы. ”Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы.
Идея-тематик йөкмәткеһе. Эпостың поэтик үҙенсәлектәре. Композицияһы һәм стиле.
Боронғонан алып 18-се быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте(4с). Башҡорт әҙәбиәте тарихының осорҙары. Башҡортостанда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт.Әҫәрҙең ҡулъяҙма рәүешендә таралыуы. Китап күсереүсе оҫталар. Болғар осоро әҙәбиәте. Урта быуаттар әҙәбиәте. Коб, Сәйф Сараи, Хәрәмзи, Хисам Кәтиб дастандары.16-18-се быуаттар әҙәбиәте. Башҡортостанда азатлыҡ өсөн көрәш. Уның ауыҙ- тел, яҙма әҙәбиәттә сағылышы.
Йырауҙар ижады.(4с) . Башҡорт халҡының һүҙ оҫталары йырауҙар һәм сәсәндәрҙең йәмәғәт тормошонда тотҡан урындары. Ҡобағош,Ҡарас, Ерәнсә сәсәндәр. Сәсәндәр ижадында традициялар сағылышы.
С.Юлаев (3с) С.Юлаевтың тормош һәм ижад юлы. ”Яу”, “Уҡ”, “Егеткә” шиғырҙары. Әҫәрҙәренең тематикаһы идея йүнәлеше.Тыуған тәбиғәтте һөйөү,азатлыҡ өсөн көрәш,батырлыҡ, кешелеклелек. Салауат ижадында яҙма поэзия һәм фольклор традицияларының берләшеүе.
Әҙәбиәт теорияһы (1с) Тарихи шәхес һәм әҙәби герой.

18-се быуат әҙәбиәтендәге йүнәлештәр (6с) . Әҙәбиәттәге ике йүнәлеш. Халыҡсан әҙәби йүнәлеш һәм дини—рухани йүнәлеш. Суфыйсылыҡтың был осорҙағы сағылышы.Т.Ялсығол-әл-Башҡорди. Тормошо.Сәйәхәттәре. Мәҙәни һәм әҙәби эшмәкәрлеге. Ғәбдрәхим Усман ижады.. Тормошо.Башҡортостандағы ғүмере. Эшмәкәрлеге. “Тарихнамәи Болғар .”Ғәбдрәхим Усман ижады. әҙәби ижады.. Әҫәрҙәренең тематикаһы, мәғрифәтсел рухы, жанрҙары.
19-сы быуат әҙәбиәте.(1с )19-сы быуаттың беренсе яртыһында ижтимағи тормош һәм мәҙәниәт.
М.Аҡмулла(5с) Тормошо һәм ижад юлы.Халыҡты мәғрифәткә өндәү, дини фанатизмға ҡаршы көрәш. Шиғырҙарының идея- эстетик көсө.
М.Өмөтбаев
(4с)
Тормошо һәм ижад юлы.
Өмөтбаев- мәғрифәтсе һәм шағир. ”Йомран иле.” ”Ҡайын менән йүкә”. Әҫәрҙәренең белем биреү яғынан әһәмиәте
Р.Фәхретдин (5с)

Тормошо. Мәҙрәсәлә уҡытҡан йылдары. Мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге. “Аҫар” китаптар серияһы.
20-се быуат башында әҙәбиәт(2с) . .Башҡортостанда милли матбуғаттың тыуыуы. Поэзия, проза жанрҙарының үҫеүе..Драматургияның күтәрелеше.. Мәғрифәтселек реализмынан тәнҡитле реализмға күсеү.Романтизм күренештәре.
С. Яҡшығолов ( 3с) С.Яҡшығоловтың тормош һәм ижад юлы. С.Яҡшығоловтың әҙәби ижады. С.Яҡшығолов “Башҡорт ағаларыма хитап”
Ф.Сөләймәнов (6с) “Башҡорт моңо”, “Тимербай ҡурайсы”. Әҙәби ихады. Шиғырҙарындағы милли тойғолар.. Тыуған халҡының ауыр яҙмышы хаҡындағы уйланыуҙары.. Мили батыбыҙ образын сәхнәгә сығарған тәүге пьеса булараҡ әһәмиәте.
М. Ғафури ижады ( 5с) М.Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы.. Тормошо. Белемгә ынтылышы.. Башланғыс ижады, унда мәғрифәтселек идеяларының сағылышы. .”Ҡара йөҙҙәр”, “Тормош баҫҡыстары” әҫәрҙәрендә идеологик көрәштең бирелеше. Шағирҙың алтын приискыһында” повесында синфи көрәш һүрәтләнеүе.
Ш. Бабич (6с) Ш.Бабичтың тормош һәм ижад юлы. ”Халҡым өсөн”, “Кем өсөн?” шиғырҙары. Бабич ижадында романтизм. Ш.Бабич- шиғыр оҫтаһы,. Поэзияһының төп үҙенсәлектәре.Ш.Бабичтың әҙәбиәттә тотҡан урыны. Бабич- сатирик
Әҙәбиәт теорияһы (1с) Шиғыр төҙөлөшө. Шиғырҙа ритм һәм строфа
Ятлау өсөн әҫәрҙәр
Урал батыр эпосынан өҙөк
С. Юлаев. Уҡ, Егеткә, Яу.
М. Аҡмулла. Башҡорттарым, уҡыу кәрәк. Инсафлыҡ. Тиһеңме.
Ш. Бабич. Халҡым өсөн. Кем өсөн. Салауат батыр.
Синыфтан тыш уҡыу
Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 1-се китап
С. Юлаев. Шиғырҙар.Йырҙар. Рәсми ҡағыҙҙар.
Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө, 2001
М. Буранғолов. Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1994
Л. Толстой. Башҡорттар араһында. Өфө, 197
3. Тематик планлаштырыу
Дәрестең темаһы 5 6 7 8 9
Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны 2 Белем бар байлыҡтан да артыҡ 8 Уҡытыусы – ул ҙур исем 4 1 Килеп етте көҙҙөң алтыны 9 Күңел күрке- тел 6 Уҡыу юл күрһәтеүсе йондоҙ 5 Художестволы әҙәбиәт 1
Башҡорт халыҡ ижады 12 6 11 4 10
Боронғонан аманат 4 2 Килеп етте ҡыштың һыуығы 4 1 Башҡортостан –тыуған төйәгем 7 Уралҡайҙан бейек, ай тау булмуҫ 4 1 Изгеләрҙән-изге әсәләр 3 1 Яҙ килә 5 Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай 9 1 Тәбиғәт донъяһында 7 Йәмле йәй килде 6 Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте 7 Ш.Бикҡол 4 Р.Солтангәрәйев 3 М.Харис 1 С.Агиш 1 Ә.Вахитов 2 Р.Хсаметдинова 2 А.Игебаев 2 Р.Насыров 3 Ә.Хәкимов 2 Т.Йосопов 1 Ғ.Туҡай 2 Ә.Моратов, Р. Бикбаев 2 2 И.Бураҡаев 2 Ғ.Хөсәйенов 5 2 Б.Рафиҡов 4 КТУ 1 Я. Хамматов 4 4 С.Юлаев 2 3
В.Зефиров 1 М.Аҡмулла 3 5
М.Ғафури 2 5
Ш.Бабич 4 3 6
З.Биишева 3 1 2 Д.Юлтый 3 Һ.Дәүләтшина 3 Р.Ниғмәти 2 М.Кәрим 2 4 4 Р.Өмөтбаев 4КТУ 2 М. Ямалетдинов, 4 2 Шафиҡ Әминев Тамьяни 1 Мөхәмәт пәйғәмбәр 1 Ғ.Ибраһимов 4 Б.Бикбай 4 Ғ.Сәләм 3 Н.Мусин 3 Р.Ғарипов 2 4 Т.Ғиниәтуллин 4 Н.Нәжми 2 Ҡ.Аралбай 1 2 Ф.Туғыҙбаева 2 Ә.Әминев 2 Р.Камалов 2 Х.Назар 2 2 Китап хаҡында хикәйәт 1 Боронғонан алып 18 быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбите 4
Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады 4
КТУ 1
Әҙәбиәт теорияһы 2
18 быуат әҙәбиәтендәге йүнәлештәр 6
19 быуат әҙәбиәте 1
М.Өмөтбаев 4
Р.Фәхретдин 5
20 быуат башында әҙәбиәт 2
С. Яҡшығолов 3
Ф.Сөләймәнов 6
Бөтәһе 102 68 68 68 68

Приложенные файлы


Добавить комментарий