Адаптированная рабочая программа по башкирскому языку коррекционной школы для обучающихся с ОВЗ 4 класс


Министерство образования Республики Башкортостан ГБОУ Красновосходская коррекционная школа-интернат
для обучающихся с ограниченными возможностями здоровья
Согласовано: Утверждено:
Зам.директора по УВР Директор школы
________ /Э.Р. Гайсина./ ________/Р.Г.Гайсин./
«__» ___________ 2017 г. «__»___________2017 г.

Адаптированная рабочая программа
по башкирскому (государственному) языку
для 4 класса
на 2017-2018 учебный год
Принято на заседании
педагогического совета
Протокол № 1
от «31» августа 2017 г.

Составила учитель: Габдуллина К.А.
с. Красный Восход - 2017 г.
Паспорт рабочей программы
Тип программы:
-адаптированная образовательная программа коррекционных образовательных учреждений для обучающихся воспитанников с ограниченными возможностями здоровья (умственная отсталость).
Статус программы:
-адаптированная рабочая программа по предмету «Башкирский (государственный) язык»
Назначение программы:
-для обучающихся коррекционной школы образовательная программа обеспечивает реализацию их права на информацию об образовательных услугах, право на выбор образовательных услуг и права на гарантию качества получаемых услуг.
Категория обучающихся: обучающиеся 4 класса ГБОУ КШИ
Сроки освоения программы: 1 год.
Объем учебного времени: 68 часов.
Форма обучения: очная.
Режим занятий: 2 часа в неделю.
Форма контроля: устный опрос, письменные работы.
Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған Красный Восход коррекциялы һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән дөйөм белем биреү мәктәп-интернатының 4-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Төҙөүсе: Ғабдуллина Кәшифә Әхмәҙулла ҡыҙы
Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.
Программа кимәле: базис планға ҡулайлаштырып төҙөлгән
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :
Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты
Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2014.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
“Башҡорт теле” дәресенең актуаллелеге.
Яңы стандарттар буйынса төп иғтибар уҡыусының эшмәкәрлеген үҫтереүгә һәм үҙаллылығына бирелә. Һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн коррекциялы мәктәп грамотаға өйрәтеүҙән башлап, аңлау, дөрөҫ һәм тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, дөрөҫ һөйләү, үҙеңде итәғәтле һәм әҙәпле тота белеү күнекмәләрен, уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм көслө ихтиярлы шәхес булып үҫеүен тәьмин итергә тейеш. Был бурысты хәл итеүҙә башҡорт теленең, телмәр эшмәкәрлегенең әһәмиәте айырыуса ҙур.
Башҡорт телен өйрәнеү, үҙләштереү уҡыусыларҙы ижади эшкә өйрәтә, тормошҡа әҙерләй. Телде дөрөҫ ҡулланыу – фекерҙе асыҡ, теүәл, матур һәм дөрөҫ итеп әйтә һәм яҙа белеү тигән һүҙ.
Бынан тыш, балаларҙа уҡыуға ихтыяж үҫтереү, уҡыу эшмәкәрлеген әүҙемләштереү мәсьәләһе лә ҡуйыла. Уҡыусыларҙы үҙ аллы белем алыуға, китап һәм һүҙлектәр, төрлө сығанаҡтар менән эш итергә өйрәтеү ҙә бик мөһим.
Мәктәп алдында, шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеүгә , ҡуйылған иң төп маҡсат – баланы шәхес итеп үҫтереү.
Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:
Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн текстар, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.
4-се класта башҡорт телен уҡытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:
1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр үҫтереү.
2. Грамотаға өйрәтеү һәм уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү.
Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар
Уҡыу йылы аҙағында 4-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр:
1.Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.
2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү.
3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.
Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Нисек? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.
Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
4. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.
5. Әкиәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.
6. Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу.
7. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.
8. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү.
Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау
Синыфта һәм өйҙә башҡарыла торған үҙаллы эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәге текстарҙы, шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡырға өйрәнеү;
һорауҙарға яуаптар;
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.
Башҡорт (дәүләт) теле уҡытыуҙың маҡсаттары:
-башҡортса һөйләшергә, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү;
-балаларҙың башҡортса һүҙлек запасын байытыу;
-телмәр күнекмәләрен формалаштырыу;
-һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәтеү;
-уҡыусыларҙа башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү, тел өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 4-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:
1. 3-сө синыфта өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
2. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
3. Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
4. Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға яуап бирә белеү.
5. Темаға тап килгән ҙур булмаған шиғырҙарҙы ятлау, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
6. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.
7. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡыу планында предметтың урыны:
Уҡыу планында башланғыс мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға 4-се класта 68 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 2 сәғәт)
Һылтанма: эш программаһы Педагогтарҙың кәңәшмәһе ултырышында ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле буйынса берҙәм талаптар»ҙы иҫәпкә алып, базис планға ҡулайлаштырып төҙөлдө (Протокол №1 , 31 август 2017 йыл.)
Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше):
-башланғыс мәктәптә башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана;
- коммуникатив мәҙәниәте үҫә;
- дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә;
- сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.
Шәхси һөҙөмтәләр:
-Башҡортостан республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булыуын аңлау: башҡорт телен өйрәнеүҙең эшмәкәрлектә кәрәкле булыуын аңлау;
- башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыуға әҙерлек: үҙ-ара аралышыуҙа толерантлылыҡ;
-башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы;
-ололарға һәм кескәйҙәргә ихтирамлы ҡараш тәрбиәләү;
-үҙ аллы эш итеү, белем алыу процессында етди һәм яуаплы ҡарау.
-уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү;
-башҡорт телен башҡа сығанаҡтарҙы мәғлүмәт алыу сараһы булараҡ ҡуллана алыу һәләтен үҫтереү;
-башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу.
Предмет һөҙөмтәләре:
-өн һәм хәрефте айырыу;
-һүҙгә өн һәм ижек анализы яһау;
-ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү;
-кем? нимә? кемдәр? нимәләр? һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәрҙе ҡулланыу;
-ни эшләй? ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү;
-ниндәй? ҡайһы? ҡайҙа? һорауҙарына мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү;
-минең, һинең, уның, беҙҙең, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләренә төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;
-һүҙҙәрҙе дөрөҫ, ижекләп, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу;
-уҡытыусы биргән һорауға яуап биреү;
-әкиәт, шиғыр, хикәйә, көләмәс, йомаҡ (сисеү) тыңлау, йөкмәткеләрен аңлау;
-яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу, яҙылышы ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;
-һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәләрен ҡуя белеү;
-һүҙҙе юлдан- юлға күсереү өсөн ижектәргә бүлеү;
-үҙләштерелгән ҡағиҙәләр ярҙамында һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу, орфографик хаталарҙы табып төҙәтеү;
-кешеләрҙең исем-шәрифен, фамилияларын, хайуандар ҡушаматын, географик атамларҙы баш хәреф менән яҙыу;
-интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра һәм уларҙы телмәрҙә ҡуллана белеү.
Һөйләү:
-уҡыусы диалог төҙөргә;
-картина буйынса һөйләргә;
-үҙе, ғаиләһе йә дуҫтары тураһында бәйән итергә;
-уҡыған тексты аңларға;
-ҙур булмаған шиғыр, һанашмаҡты яттан һөйләй белергә тейеш.
Аудио яҙма тыңлау:
-аудитаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау;
-таныш һүҙҙәре булған тексты контекстуаль яҡтан аңлау.
Уҡыу:
-ҙур булмаған текста башҡорт өндәрен дөрөҫ итеп ҡысҡырып уҡыу;
-был тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
-унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
-текстағы аңлашылмаған һүҙҙәргә иғтибар итмәй генә уҡып ҡарау;
Яҙыу:
-текстан һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;
-өлгөгә ҡарап ҡотлау хаттары яҙыу.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
4 класс
(Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014.)
№ Темалар Сәғәт һаны
1. Мин уҡыусы. Диалогтар төҙөү, һорауҙарға яуап биреү, яңы һүҙҙәр менән танышыу. 3 сәғәт
2. Мин дәрестә. Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Текстарҙың эстәлешен аңлап, үҙ һүҙең менән һөйләп биреү. Ҙур булмаған шиғырҙар тасуири уҡыу. Бүтән уҡыусылар менән диалог ҡора белеү. Ҡайҙа һорауына яуап бирә белеү.
4 сәғәт
3. Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем һорауына яуап бирә белеү. Дәрестән һуң үткрелгән түңәрәктәрҙең исемлеген әйтеү. Тәнәфес ваҡыты. Ҙур булмаған текстар төҙөү. Көн режимы.
8 сәғәт
4. Минең уйынсыҡтарым. Нимә, нимәләр һорауҙарына яуап биреү. Уйынсыҡтарһың исемлеге. Күплек ялҙауғары. Уйынсыҡтар магазинында. Ҡыш темаһына ҡарашлы һүҙҙәр, шөғөлдәр. Яңы йылға әҙерлек. Шиғыр ятлау. Ниндәй һорауына яуап биреү. Сифат. Диалог ҡороу. Нимә эшләмә һорауына яуап. Тасуири уҡыу.
9 сәғәт
5. Мин уйнарға яратам. Ҡышҡы уйындар. Нимә эшләйбеҙ һорауына яуап биреү. Диалог ҡороу. Тасуири уҡыу. Яратҡан шөғөлдәр тураһында әйтеп биреү. Йыр отоп йырлай белеү. Ҡышҡы каникулда. Текст төҙөү. Ҡыш темаһына бағышланған шиғырҙар уҡыу, ятлау.
7 сәғәт
6. Мин уйнарға сығам. Ял көнөндәге шөғөлдәр. Ҡышҡы кейем-һалым исемлеге. Яңы һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү. Миңә нимә кәрәк һорауына яуап биреү. Ҡышҡы кейемдең йәйгеһенән айырып әйтеү.
4 сәғәт
7. Мин уйнарға сыҡтым. Һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү. Нисәнсе һорауына яуап биреү. Диалогтар ҡороу.
2 сәғәт
8. Минең кескәй дуҫтарым. Йәнлектәрҙең исемлеге. Тән өлөштәре. Был нимә һорауына яуап бирә белеү. Ҡоштар, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Ниндәй һорауына яуап әйтеп биреү. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Йәнлектәр тураһында диалог төҙөү. Ни эшләй һорауы. Йәнлектәрҙең шөғөлдәре.
6 сәғәт
9. Мин ял итәм. Ял ваҡытындағы шөғөлдәр. Ҡыр йәнлектәре. Һөйләмдәр төҙөү. Ҡайҙа һорауына яуап биреү. Зоопаркта. Йомғаҡтар. Тасуири уҡыу. Ҡайҙан һорауына яуап биреү. Ҡасан һорауына яуап бирә белеү. Ҡоштар исемлеге. Диалогтар төҙөү. Хикәйәлар уҡыу, һөйләү. Ҡайҙа һорауына яуап биреү. Ҡоштар тураһында шиғырҙар уҡыу. Ҡайҙа, ҡасан һорауҙарына яуаптар биреү. Уйындар. Был нимә һорауы. Йорт ҡорт-ҡоштары. Нимәгә һорауы. Хикәйәләр уҡыу. Һандар. Ваҡыт. Сәғәт менән эшләү. Көн режимын төҙөү. Нимә менән һорауын яуап биреү. Нимә эшләйбеҙ һорауына яуап бирә белеү. Хикәйә төҙөү. Лагерҙа ял.
15 сәғәт
10. Ҡабатлау. Һәр үткән теманан һуң ҡабатлау дәрестәре. Хикәйәләр уҡыу, һөйләү. Шиғырҙар уҡыу. Һорауҙарға яуап биреү.
3 сәғәт
Календарь тематик планлаштырыу
4 класс

п/п Дәрес темаһы Сәғәт һаны Үткәрелеү ваҡыты
Календарь буйынса Фактик
Мин уҡыусы
1-2 Мин уҡыусы. Нисек һорауы? 2 04.09.
06.09. 3 Уйлап ал. 1 11.09. Мин дәрестә.
4-7 Мин дәрестә. Ҡайҙа? һорауы 4 13.09.
18.09.
20.09.
25.09. Мин дәрестән сыҡтым.
8-12 Мин дәрестән сыҡтым. Нимә эшләйем? һорауы 5 27.09
02.10.
04.10.
09.10.
16.10. 13 Уҡыу дәресе. «Телдәр илендә телдәр» Ф. Туғыҙбаева. 1 18.10. 14 Ҡабатлау. 1 23.10. 15 Уйнап алайыҡ әле! 1 25.10. Минең уйынсыҡтарым.
16-17 Минең уйынсыҡтарым. Нимә? Нимәләр? һорауы 2 06.11.
08.11. 18-19 Нимә эшләйбеҙ? һорауы Уҡыу дәресе 2 13.11.
15.11. 20-21 Ниндәй? һорауы 2 20.11
22.11 22-24 Нимә эшләмә? һорауы 3 27.11
29.11.
04.12. Мин уйнарға яратам.
25-28
Мин уйнарға яратам. Нимә эшләйбеҙ? һорауы
4
06.12
11.12.
13.12.
18.12. 29 Йырлап алайыҡ әле 1 20.12. 30 Уйнап алайыҡ әле. 1 25.12. 31 Үткәндәрҙе ҡабатлау. 1 27.12. Мин уйнарға сығам.
32-34 Мин уйнарға сығам. Миңә нимә кәрәк? 3 15.01.
17.01.
22.01. 35 Уйнап алайыҡ әле! Йөҙөк һалыш уйыны 1 24.01. Мин уйнарға сыҡтым.
36 Мин уйнарға сыҡтым. Нисәнсе? һорауы 1 29.01. 37 Ҡабатлау. 1 31.01. Минең кескәй дуҫтарым.
38 Минең кескәй дуҫтарым. Был нимә? һорауы 1 05.02. 39-40 Ниндәй? һорауы 2 07.02.
12.02 41-42 Ни эшләй? һорауы 2 14.02.
19.02. 43 Уҡыу дәресе. «Компьютер» Ф. Туғыҙбаева. 1 21.02. Мин ял итәм.
44-45 Мин ял итәм. Ҡайҙа? һорауы 2 26.02.
28.02. 46 Ҡабатлау 1 05.03. 47 Йырлап алайыҡ әле! 1 07.03. 48-49 Ҡайҙан? һорауы 2 12.03.
14.03. 50-51 Ҡасан? һорауы 2 19.03.
21.03. 52 Ҡайҙа? һорауы 1 02.04. 53 Ҡайҙа? Ҡасан? һорауҙары 1 04.04. 54 Уҡыу дәресе. “Тыуған көн” Ф. Туғыҙбаева. 1 09.04. 55-56 Был нимә? һорауы 2 11.04.
16.04. 57-58 Нимәгә? һорауы 2 18.04.
23.04. 59-60 Ҡабатлау 2 25.04.
30.04. 61 Уйнап алайыҡ әле! 1 02.05. 62 Уҡыу дәресе. “Олатайым ордены” Ф.Туғыҙбаева. 1 07.05. 63 Ҡасан? һорауы 1 14.05.
64 Бармы? һорауы. 1 16.05. 65 Нимә менән? һорауы 1 21.05 66-67 Нимә эшләйбеҙ? һорауы 2 23.05.
28.05. 68 Ҡабатлау. 1 30.05. Уҡыу һәм уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге:

1.«Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008;
2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғиниәтуллина Ф.М., Кинйәбаева Н.Н. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2014;
3. Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан;
4.Т.Х.Аслаев., Ы.Ә.Ислаиғолова «Уйнат, уйлат баланы», Өфө: Китап, 1993;
5.Толомбаев Х.А, Дәүләтшина М.С., Абыҙгильдина Н.С., Урыҫ мәктәптәренең 1 синыф өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр, Өфө: Китап, 2001;
6.Башҡортостан журналы № 9, 2011 йыл;
7. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008;
8. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009;
9. Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З. Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005;
10. Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

Приложенные файлы


Добавить комментарий